Рәсәй һәм донъя яңылыҡтары

Грецияла халыҡ 2008 йылда полиция атып үлтергән 15 йәшлек үҫмерҙе иҫкә алырға урамға сыҡҡан. Бындай акция илдә йыл һайын үткәрелә һәм полиция хеҙмәткәрҙәренә таш, яғыулыҡ тултырылған шешәләр атыу менән тамамлана.

Ғыйраҡтың боронғо Нимруд ҡалаһындағы харабаларҙы пилотһыҙ самолет төшөрөп алған. “Ислам дәүләте” террорсылары шартлатҡан тарихи комплексты әле тергеҙергә мөмкин, тип белдерә белгестәр. Әммә уларҙы бер кем дә һаҡламай.

Буркина-Фасола етәкселек халыҡҡа йөҙ менән боролорға булған. Ер аҫты байлыҡтарынан ябай халыҡ та файҙа күрһен өсөн хакимиәттәр социаль-иҡтисади үҫеш планын эшләгән. Бынан ары тәбиғи байлыҡтарҙы һатыуҙан алынған аҡса халыҡҡа ла бүленеп биреләсәк.

Хакасия өҫтөнән кисә осоп үткән метеорит барыһын да һағайырға мәжбүр иткән. Күптәр ҡурҡыуын йәшермәй. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының урындағы бүлексәһенән хәбәр итеүҙәренсә, метеорит ергә төшмәгән, атмосферала янып бөткән.

Яндекс.Метрика