Бөгөн 11 класс уҡыусылары рус әҙәбиәте буйынса инша яҙа

Был имтихан дәүләт йомғаҡлау аттестацияһында ҡатнашыуға рөхсәт бирә.  Дүрт сәғәткә яҡын 11 класс уҡыусылары Берҙәм дәүләт имтиханы алдынан беренсе һынау үтә — рус әҙәбиәте буйынса инша яҙа. Тәүҙә ойоштороусылар уларға күрһәтмәләр бирә, ҡағиҙәләрҙе аңлата. Һәр үҫмергә ниндәй аудиторияла ултырасағын хәбәр итә. Ручка, ҡәләм, һыу, шоколад һәм паспорт. Партала башҡа артыҡ әйбер булырға тейеш түгел. Тәртип һаҡлап уҡытыусылар һәм ойоштороусылар дежурҙа тора. Уҡыусыларға биш йүнәлеш буйынса тема тәҡдим ителә. Аҡыл һәм тойғо, намыҫ, еңеү һәм еңелеү, тәжрибә һәм хата, дуҫлыҡ һәм хыянат – балалар күңеленә ятҡанын үҙҙәре һайлай. Шуның буйынса инша яҙыусы үҙенең фекерен белдереп, әҙәби әҫәр менән дәлилләп ҡуйырға тейеш. Иншаның күләме уртаса 350 һүҙ булырға тейеш. Әгәр 250-нән кәмерәк икән, имтихан тапшырылмаған тип иҫәпләнә. Әгәр уҡыусы “икеле” алһа, уның тағы ла ике тапҡыр — 1 февраль һәм 3 май яңынан тапшырып ҡарау мөмкинлеге бар. Уның һөҙөмтәләре буйынса  уҡыусылар дәүләт йомғаҡлау аттестацияһында ҡатнашырға рөхсәт ала. 

Яндекс.Метрика