2017 йылдан юл хәрәкәте ҡағиҙәләренә төҙәтмәләр индерелә

2017 йылдан юл хәрәкәте ҡағиҙәләренә төҙәтмәләр индерелә.

Уға ярашлы, 1-се ғинуарҙан 7 йәшкә тиклемге кескәйҙәр мотлаҡ рәүештә балалар креслоһы менән тәьмин ителергә тейеш. Йәғни, башҡа хәүефһеҙлек саралары – бустерҙар һәм адаптерҙар менән балаларҙы эләктереү тыйыласаҡ. Ысынында халыҡҡа ныҡ борсолорға кәрәкмәй. Яңы закон язаны ҡәтғиләштермәй, штрафтарҙы арттырмай, ата-әсәләрҙе ҡиммәтле балалар креслоһы һатып алырға мәжбүр итмәй. Хәҙерге законға ярашлы, 12 йәшкә тиклемге балаларҙы махсус сәңгелдәккә  һалып, креслоға ултыртып йөрөтөргә, йә башҡа хәүефһеҙлек саралары менән тәьмин итергә тейеш. Быны үтәмәгән водителдәргә 3 мең һум штраф ҡаралған.Йәғни, 7 йәшкә тиклемге кескәйҙәр алғы урында ла, артҡыһында ла мотлаҡ рәүештә балалар креслоһы менән тәьмин ителергә тейеш. Ә бына унан өлкәндәрен артта ғына креслоһыҙ йөрөтөргә рөхсәт ителәсәк. Әлбиттә, хәүефһеҙлек ҡайыштарын эләктереп.Иң мөһим үҙгәреш, 1-се ғинуарҙан автоһәүәҫкәрҙәргә адаптерҙар, бустерҙар һәм эләктерелеп ҡуйыла торған башҡа хәүефһеҙлек сараларын ҡулланырға рөхсәт ителмәйәсәк. Сөнки, улар именлек талаптарына яуап бирмәй. Әйткәндәй, Яңы йылдан үҙгәрештәр буласағын ишеткән магазин хужалары хәҙер яңы шарттарға яраҡлаша ла башлаған. Улар ошондай хәүефһеҙлек ҡайыштарын сауҙанан ала. Ә ҡайһы берҙәрендә улар бөтөнләй юҡ. Был сауҙа үҙәгендә халыҡ телендәге өсмөйөштәр әлегә һатыла. Улар бер нисә төрлө. Бында бустерҙар ҙа бар. Әммә, киләсәктә магазин етәкселеге бындай хәүефһеҙлек сараларына заказ бирергә йыйынмай. Улар балалар креслолары менән сауҙа итәсәк.Проект авторҙары балаларҙың йәшенә түгел, ә уларҙың ауырлығына һәм кәүҙәһенә төп иғтибар бирә. Европала, мәҫәлән, күптән ошондай стандарттарға күскәндәр. 2017-се йылдан адаптерҙар, бустерҙар һәм каркасһыҙ креслоларҙы ҡулланыу тыйыла. 7 йәшкә тиклемге балалар автомобильдә мотлаҡ креслола ултырырға тейеш. Ә 12 йәшкә тиклемгеләргә ул кәрәкме юҡмы, ата-әсәһе үҙе хәл итә. Әммә, артта улттырғанда хәүефһеҙлек ҡайышын тағыу мотлаҡ.  

Яндекс.Метрика