500 ферма проекты Ейәнсура районында нисек тормошҡа ашырыла?

Октябрь айында Себерҙәге төрлө аварияларҙа Башҡортостандан кәмендә ете кешенең ғүмере өҙөлдө.  Ир-егеттәр ғаиләләрен ҡарайым, балаларын кейендерәм тип сит тарафтарға йөрөй һәм фәжиғәле хәлдәргә тарый. Был аҙнала Ханты-Мансыла йөк машинаһы, пассажир автобусы һәм ике еңел машина аварияға осрап, кешеләр һәләк булды. Был осраҡта ла водителдәрҙең Башҡортостан ватандаштары икәне асыҡланды. Республика ауылдарында эш урындары булһа, тимерҙе бөгөрҙәй ирҙәр ситтә көс түкмәҫ ине,  әлбиттә. Мәҫәлән, Ейәнсура районында бер юлы ике өр-яңы ферма буш тора. Комплексттар заманса ҡорамалдар менән дә йыһазландырылған. Әммә, улар хәҙер тутығып, ауланып бөткән. 

Яндекс.Метрика