Берәҙәк бесәй-эттәрҙе кәметеү буйынса яңы ысул

Берәҙәк бесәй-эттәрҙе кәметеү буйынса яңы ысул.

Интернет селтәрендә дүрт меңдән ашыу ҡатнашыусыһы булған төркөм паспорты булмаған тоҡомһоҙ йорт хайуандарҙы стерилләргә өндәй. Хужалары риза булмаған осраҡта ҡурҡыныс һүҙҙәр менән янап,  мыҫҡыллап кәмһетә һәм көслө баҫым яһай. Өфөлә йәшәүсе Әлиә лә уларҙың ҡорбанына әйләнгән. Ошондай һүҙҙәр яҙып, Өфөлә йәшәүсе Әлиәне бер-нисә көн интернет селтәре аша ҡурҡыталар. Смс-хәбәрҙәр бөтә Рәсәйҙән килә. Ҡатындың бер төркөмдә этенә инә эт эҙләүе тураһында иғлан һалғандан һуң ошо ғауға башлана.  Үҙҙәрен “хайуандарҙы яҡлаусылар” тип атағандар паспорты булмаған тоҡомһоҙ эт-бесәйҙәрҙе стерилләргә саҡыра. Бәйләнештә сайтында был төркөмдә 4 меңгә яҡын кеше иҫәпләнә. Улар бөтә Рәсәй буйынса интернетта килеп сыҡҡан иғландарҙы күҙәтеп бара һәм хужаларына яҙа башлай. Был төркөмдөң ҡатнашыусыһы менән бәйләнешкә ингәс, ул ошондай ысул менән берәҙәк бесәй-эттәрҙең артыуын туҡтатырға тырышабыҙ тине. Араларында үҙҙәрен табип тип атағандар ҙа бар. Тик ветеринария белгестәре бөтөнләй кире ҡарашта. Өфөләге приюттарҙың береһендә 600-ҙән ашыу берәҙәк эт аҫрала. Уның етәксеһе тағы ла 9 этен фатирында йәшәтә. Ул да стерилләштереү яҡлы, әммә быны халыҡҡа көсләп тағырға түгел, ә яҡшы итеп аңлатырға кәрәк, ти. Йәшенә ҡарап тормай, ошо төркөм ҡатнашыусылары стерилләнмәгән йорт хайуандары хужаларын мыҫҡыллап кәмһетеүен дауам итә. Әлиә үҙен көслө ихтыярлы, тип һанай һәм интернет һөжүменә ҡаршы тора алған. Тик башҡалар өсөн ошондай баҫымдың һөҙөмтәләре аяныслы булыуы мөмкин.

Яндекс.Метрика