Башҡортостандан сит өлкәләргә эшкә юлланған тиҫтәләгән яҡташыбыҙ бәләгә тарыған

Башҡортостандан сит өлкәләргә эшкә юлланған тиҫтәләгән яҡташыбыҙ бәләгә тарыған.

Улар хеҙмәт хаҡын ваҡытында ала алмай. Тап шул арҡала Хабаровск өлкәһендә вахта ысулы менән эшләүселәр тыуған яҡтарына ҡайта алмай. Улай ғына түгел, күптәренең ашарға ла аҡсаһы юҡ. Башҡортостан эшселәрен кемдәр алдаған, кем башҡалар иҫәбенә тамаҡ туйҙыра. Алена  Ғәйнетдинованың тормош иптәше  алыҫҡа эшкә китеп алданыусыларҙың береһе. Ғаилә аҡсаны- аҡсаға ялған йәшәргә мәжбүр. Август айынан бирле хеҙмәт хаҡын ала алмаған эшселәр “ЛизингСтройМаш” компанияһы менән килешеү төҙөгән. Бәләгә тарыусыларҙың байтағы кредиттар түләү, бурыстарҙан ҡотолоу өсөн аҡса тупларға ситкә эшкә китә. Тик аҡса урынына уларҙы алдаҡсылар көтөп торған. “ЛизингСтройМаш” компанияһы бөлгөнлөк сигендә. Ойошманың финанс көрсөккә төшөүөн уның директоры ла йәшермәй. Үҙен хужа тип танытҡан Ринат Хәйруллин әйтеүенсә, йәнәһе лә, Башҡортостандан, шулай уҡ илдең башҡа төбәктәренән килгән вахтасылар эште урынына еткереп эшләмәгәндәр, шуға күрә лә был проект ҡабул ителмәгән. Тимәк, улар аҡса ла күрмәйәсәк, ти Ринат Хәйруллин. Һәр хеҙмәткәр эшкә рәсми рәүештә урынлашҡан. Әммә, закон улар яғында булһа ла, августан бөгөнгәсә бер тин хеҙмәт хаҡы алмаған. Ә компания директоры иһә был хәлде бер нисектә аңлата алмай. Баҡтиһәң, был ялғанға компанияның Өфөләге офисы хеҙмәткәрҙәрелә эләгә. Уларға ла шулай нисәнсе ай инде эш хаҡы түләнмәй. Эшселәр иһә компанияның аҡсаһы барлығын да иҫбатларға тырыша. Тик хужалар буштан килгән табышты бирергә ашыҡмай. Килеп тыуған хәл менән Башҡортостан Прокуратураһы ла яҡшы таныш. Үҙ хеҙмәткәрҙәрен алдған компанияның Мәскәүҙәге генераль подрядсыһы “ТКС Холдинг” компанияһының юридик бүлеге етәксеһе Андрей Покаместов әйтеүенсә, эшселәрҙе алдауға юл ҡуйылмаясаҡ. Тик был вәғәҙәләргә лә хәҙер теүәл биш ай. Кәм тигәндә 100 мең һумлыҡ эш хаҡы  вәғәҙәләгән “ЛизингСтройМаш” хеҙмәткәрҙәре илдең төрлө төбәктәренән үҙ аҡсаһына ҡайтырға мәжбүр. Команияның киләһе ике айҙа эш хаҡтары түләнәсәк тип белдереүҙәренә халыҡ ышанмай һәм юғары инстанцияларға мөрәжәғәт юлларға ниәтләй.

Яндекс.Метрика