Рәсәй һәм донъя яңылыҡтары

Алеппола террорсылар контролендә булған биләмәләрҙән 8 меңдән ашыу кеше сыҡҡан. Уларға Рәсәй төрлөсә ярҙам күрһәтә. Быға тиклем ҡаланың бер өлөшөн рәсәй саперҙары миналарҙан таҙартҡайны.

Мосулда урам һуғыштары бара. Ғыйраҡ армияһы ҡаланы “Ислам дәүләте” террорсыларынан таҙарта. Әммә алыш бик ҡаты бара, тип хәбәр итә Ғыйраҡтың генераль штабы. 

Мысыр умартасыһы Мөхәмәт Хаграс ҡорттарҙан һаҡал эшләгән. Ул бал йыйыусы ҡорттарҙың файҙалы һәм бер ҙә агрессив түгел икәнен тағы ла бер иҫбатларға теләгән. 31 йәшлек инженер халыҡ күп йыйылған урындарҙа йыш ҡына ошо трюгын күрһәтә башлаған.

Көньяҡ Кореяла автомобиль юлына кран ауған һәм йөк машинаһына зыян килтергән. Бәхеткә күрә, йәрәхәтләнеүселәр юҡ.



Последние новости

Яндекс.Метрика