Ғүмер байрамын - яҡындары, дуҫ-иштәре һәм тамашасылары менән

  • Ғүмер байрамын - яҡындары, дуҫ-иштәре һәм тамашасылары менән | ГТРК «Башкортостан»

Ғүмер байрамын — яҡындары, дуҫ-иштәре һәм тамашасылары менән.

Башҡортостандың күренекле шәхестәренең береһе – легендар сәхнә әһеле, педагог, СССР-ҙың, Рәсәйҙең халыҡ, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, Өфөнөң почетлы гражданы, Салауат Юлаев ордены кавалеры, Салауат Юлаев премияһы лауреаты Гөлли Арыҫлан ҡыҙы Мөбәрәкова оло юбилейын билдәләне. Бөтә ғүмерен тиерлек Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры стеналарында үткәргән юбиляр ошондай тантаналы көнөн дә туған театрында ҡаршыланы. Уны тәбрикләп хөкүмәт вәкилдәре, хеҙмәттәштәре, уҡыусылары һәм уның ижадына ғашиҡ тамашасылары залға йыйылды. Сәхнәләш дуҫтары бүләккә актрисаның көндәлегенән өҙөктәр ҡуйҙы. Гөлли Мөбәрәкованың бөтә тормошо тиерлек тамашасының күҙ алдынан үтте. Гөлли Арыҫлан ҡыҙын ҡотлау теләге менән сәхнәгә күтәрелеүселәрҙең дә, гөлләмәләрҙең дә иҫәбе-һаны булманы. Башҡортостан хөкүмәтенән, Дәүләт йыйылышы-Ҡоролтайҙан, Башҡортостандың мәҙәниәт министрлығынан, Татарстандан, Мәскәү, Австрия, Бельгия, Американан һәм башҡа тарафтарҙан ҡотлау һүҙҙәре яңғыраны. Гөлли Арыҫлан ҡыҙы Мөбәрәкова Башҡортостан Республикаһының дәүләт наградаһы — Халыҡтар Дуҫлығы ордены менән бүләкләнде.

Яндекс.Метрика