Рәсәй халҡы яңы йылға әҙерләнә

Рәсәй халҡы яңы йылға әҙерләнә.

Байрам  табынын ойоштороу һәм бүләктәр һатып алыу өсөн быйыл сығымдар ҙа күберәк буласаҡ. Был хаҡтарҙың артыуына бәйле. Белгестәр инфляция һәм яңы йыл кисен бер-береһенән айырып ҡарарға ярамай, тигән фекерҙә. Ә Башҡортостан халҡы ниндәй ризыҡтарға һәм йәшелсә-емешкә өҫтөнлөк бирә һуң?. Баш ҡаланың төп баҙарҙарының береһе – Затон комплексы. Күмәртәләп һатыу үҙәгенә көн һайын егермешәр фура килә. Емеш-еләк, ит ризыҡтары,балыҡ тейәгән машиналар Рәсәй төбәктәрендә иҡтисади көрсөктөң кәмеүе һәм субьекттар араһында сауҙа бәйләнешен үҫеүенә төп дәлил. Рәсәй ҡыярҙары, Ҡаҙағстан томаттары, Әҙербайжан нарҙары…белгестәр әйтеүенсә, быйыл байрам табыны мул буласаҡ.Марокко, Ҡытай, Һиндостан, Таиландта үҫтерелгән экзотик емештәр менән бергә республика халҡы байрам табынына Башҡортостанда үҫтерелгән йәшелсәләрҙе лә ҡуясаҡ. Иң мөһиме – төбәк фермерҙары тәҡдим иткән аҙыҡ-түлек сифаты яғынан юғары. Башҡортостан халҡы һуңғы йылдарҙа хәләл ризыҡтарҙы ла табын биҙәге, тип иҫәпләй. Стәрлетамаҡ, Нефтекама, Октябрьскийҙың сауҙа рәттәрендә хәҙер ситән килгән ит ризыҡтары менән бергә тап республикала әҙерләнгән хәләл колбаса-ҡаҙылыҡтар ҙа үҙ урынын алған. Улай ғына түгел, башҡорт балығы ла хәҙер баҙарҙан Алыҫ көнсығыш деликатестарын ҡыҫырыҡлап сығара. Социологтар әйтеүенсә, быйыл  Рәсәй халҡы байрам табыны өсөн кәм тигәндә лә ун мең һум бүлергә уйлай. Өфөлә йәшәүселәр ҙә бөгөн үк сауҙа рәттәрендә хаҡтарҙы белешеп, күстәнәстәр һатып ала. Быйылғы байрам экологик яҡтан таҙа ризыҡтар менән үтергә тейеш. Баш ҡала халҡы хәҙер тап ошо тенденцияға өҫтөнлөк бирә. Республика райондары фермерҙары тауарҙарын хәҙер интернет аша ла һатып алыу мөмкинлеге бар. Маркетологтар фекеренсә, байрам алдынан хаҡтарҙың тағы ла артыуы ихтимал. Был үҙгәрештәр Рәсәй халҡын ҡурҡытмай. Яңы йыл табыны мул буласаҡ. 

Яндекс.Метрика