Ялҡытҡыс мәжбүри белем биреүгә алмашҡа заманса интерактив даирә килә

Ялҡытҡыс мәжбүри белем биреүгә алмашҡа заманса интерактив даирә килә.

Уҡытыусылар һәм балаларға ул ниндәй өҫтөнлөктәр бирә һәм уның ыңғай яҡтары менән кәмселектәр нисбәте ниндәй. Интерактив белем биреү системаһы аралашсыларҙы иҫәпкә алмай. Компьютер һорауҙарына балалар үҙ-аллы яуап бирә, хаталар булһа миҫалды яңынан эшләй. Был ҡыҙҙар һәм малайҙар өсөн белем үҙләштереү мауыҡтырғыс бер уйын ғына. Башҡаланың 30-сы балалар баҡсаһы мәғлүмәт технологияларына нигеҙләнгән уйын бүлмәһен әле ике аҙна тирәһе генә файҙалана. Педагогтар һәм балаларҙың хыялын Берҙәм Рәсәйҙең ғәмәли эштәр проекты бойомға ашырған. Хәҙер бында мәктәпкә әҙерлек дәрестәре  күңелле шарттарҙа үтә.  Тәрбиә һәм белем биреү эшмәкәрлегендә интерактив технологиялар ҡулланыу заман талабы, ти белгестәр. Компьютер, интерактив өҫтәл, виртуаль лаборатория – быларҙың барыһы ла бала иғтибарын оҙаҡҡа үҙенә йәлеп итә. Көндәлек тормошта һәр кем дә  осратмаған хәлде күҙаллап, төрлө тәжрибәләр үткәреү ҙә виртуаль ысынбарлыҡ мөғжизәһе.Замана балалары яңы, цифра быуыны вәкилдәре. Улар өсөн техника менән эш итеүҙең һис ҡыйынлығы юҡ. Ғәҙәттәге дәреслек менән дәфтәр генә түгел, беҙ күнеккән белем биреү алымдарын да уларҙың кисәге көн тип таныр мәле йыраҡ түгел. Үткән заман арбаһынан баш тартып киләсәккә ете миль оҙонлоғо аҙымдар менән хәрәкәт итергә аҡса яғы ғына тарыраҡ. Бушлай белем биреү учреждениелары өсөн интерактив йыһаздар артыҡ ҡиммәткә төшә. 

Яндекс.Метрика