“Йыраҡ араларҙы яҡынайтып, күңелдәрҙе яҡтылыҡҡа байытып…”

“Йыраҡ араларҙы яҡынайтып, күңелдәрҙе яҡтылыҡҡа байытып…” тип исемләнгән концерт программаһы менән Стәрлетамаҡ дәүләт филармонияһы үҙенең сирек быуатлыҡ күркәм юбилейын билдәләне. Юбилей тантанаһына бөтә республиканан абруйлы ҡунаҡтар, сәнғәт әһелдәре йыйылды. Башҡортостандың мәҙәниәт министры урынбаҫары Шамил Абдраҡов төбәк башлығының ҡотлау һүҙҙәрен еткереп, филармонияның республика күләмендәге әһәмиәтен билдәләне. Ҙур булмаған тарихи дәүер эсендә Стәрлетамаҡ дәүләт филармонияһы  республика мәҙәниәт учреждениялары араһында алдынғы урындарҙың береһен яуланы. Йәшлек юбилейын ҡаршылаған филармонияла бөгөн биш ижади коллектив уңышлы эшләп килә, улар:  республикабыҙҙың йөҙөк ҡашы – Бейеү театры, “Ашҡаҙар” башҡорт эстрада-фольклор төркөмө, Башҡортостандағы беренсе профессиональ «Сарби» сыуаш ансамбле, халыҡ ҡоралдары оркестры һәм музыкаль-әҙәби лекторий. Улар йылдан-йыл гастроль-фестиваль эшмәкәрлеген киңәйтә, яңы программалар өҫтөндә эшләй, репертуарын байыта.



Последние новости

Яндекс.Метрика