“Автомобилдәрҙе махсус туҡталҡаларға оҙатыу һәм һаҡлаутураһындағы” законға үҙгәрештәр индереләсәк

“Автомобилдәрҙе махсус туҡталҡаларға оҙатыу һәм һаҡлаутураһындағы”  законға үҙгәрештәр индереләсәк.

Ғәмәлдәге законға ярашлы, махсус туҡталҡанан штрафты һәм эвакуация өсөн аҡсаны түләгәндән һуң ғына машинаны алырға мөмкин. Депутаттар Өфөгә башҡа ҡалаларҙан һәм ауылдарҙан килгән водителдәрҙе иҫәпкә алып, документҡа үҙгәрештәр индерергә тәҡдим итә. Уға ярашлы, автомобилде туҡталҡанан документтар күрһәтеп шунда уҡ алырға мөмкин буласаҡ. Ә штраф һәм эвакуация өсөн аҡсаны бер ай эсендә түләргә ваҡыт бирелә. Шулай уҡ, депутаттар урамдарҙа һәм ихаталарҙа хужаһыҙ ҡалған йә оҙаҡ ваҡыт йөрөмәй ултырған машиналарҙы эвакуациялау тураһында проект тикшерә.

Яндекс.Метрика