Ылымыҡтан ни файҙа?

Ғалимдар уны ниндәй маҡсат менән үрсетә. Ошо һәм башҡа ҡыҙыҡлы һәм фәһемле мәғлүмәттәр аша фән юлынан барыусы белгестәр үҙ тикшеренеүҙәренә инвестор иғтибарын йәлеп итә. Резеда Аллағыуатова буласаҡ биотехнолог. Ылымыҡтар менән ҡыҙыҡһыныуы осраҡлы түгел.  Фәнни етәксеһе, БДПУ-ның ылымыҡтар һәм цианобактериялар биотехнологияһы лабораторияһы мөдире Лира Ғайсина менән бергә улар үҫемселек өлкәһен алға этәрер препарат өҫтөндә эшләй. Тереклеккә көс биргес суспензияның бер литры бары ике аҙна эсендә өлгөрә, 50 үҫентене эшкәртергә етә, ә иң мөһиме – уның хаҡы түбән — бары 150 һум. Үҙенсәлекле  шыйыҡсаны белгестәр үҫемде дәртләндереүсе тере пестицид, тип юғары баһалай. Әле уның менән ҡыҙыҡһыныуын республиканың байтаҡ хужалыҡтары белдерә. Лабораторияла уны күпләп етештереү өсөн бер нисә шарттың үтәлеше кәрәк. Инвесторҙарҙы иһә препаратты күпләп етештереү һәм уны һатыу мөмкинлектәре ҡыҙыҡһындыра. Лира Ғайсина үҙ проектын “Инновациялар белешмәһе 2.0” республика программаһы сиктәрендә тәҡдим итә.  Өфөлә акселерацион программа буйынса проекттар менән таныштырыуҙар бара. Уның төп маҡсаты инновация проекттары менән технологик стартаптарға булышлыҡ итеү.Әле программаға 25 проект тәҡдим ителгән. Фәнни эштәр 10 инвестор иғтибарына сығарылды. Технологик брокерҙар артында иһә аҡса һалырға әҙер йүнселдәр һаны күберәк. Мәскәүҙән килгән Денис Козьминых 119 инвестор мәнфәғәтен хәстәрләй. Ғәмәли проект авторҙары өсөн был майҙан үҙ тауарын баҙарға сығарыу әмәле, ти ул. Статистика буйынса Рәсәйҙә ғилми асыштарҙың бары ике проценты коммерциялаштырыла. Мәғлүмәт технологиялары, биотехнологиялар, робот техникаһы алдынғы йүнәлештәр, тип танылған. 



Последние новости

Яндекс.Метрика