Киләсәкте күҙаллау ҡаҙаныштарға йомғаҡ яһауҙан мөһимерәк

Киләсәкте күҙаллау ҡаҙаныштарға йомғаҡ яһауҙан мөһимерәк.

Башҡортостан фәненең юбилейына арналған тантанала ғилемдең дәүләт мәнфәғәтәттәренә хеҙмәт итеүе һыҙыҡ өҫтөнә алынды. Республиканың Фәндәр Академияһы лайыҡлы эшмәкәрҙәр хеҙмәтенә юғары баһа биреп киләсәккә бурыстар билдәләне. Рәсәй Фәндәр академияһының Өфө химия институты өлкән фәнни хеҙмәткәре Илдус Абдрахманов өсөн Салауат Юлаев ордены айырым мәғәнәгә эйә. Илдус Барый улы химияны һайлағаны өсөн атаһына рәхмәтле. Ярты быуат ғүмерен ғилми тикшеренеүҙәргә бағышлаған академик 35 төрлө нәмә уйлап сығарған, ветеринария һәм медицина ихтыяждары өсөн яңы төркөм иммуномодуляторҙары тәҡдим иткән. Илдус Абдрахманов Рәсәйҙең Менделеев исемендәге химия йәмғиәте ағзаһы. Уңышлы ғалим йәштәрҙе лә фән юлына баҫырға әйҙәй. Башҡортостанда фән менән мауыҡҡан йәштәр өсөн мөмкинлектәр киң. Фәндәр академияһы алты йүнәлеш буйынса эҙләнеүҙәр алып бара. Һуңғы биш йылда ғына ғалимдарҙың 700 монографияһы донъя күргән, Рәсәй һәм унан ситтә нәшер ителгән фәнни матбуғатта 4 мең ғилми эш баҫылған. Рәсәй һәм халыҡ-ара фондтарҙан фәнни эҙләнеүҙәргә тәғәйен 300 грант, төрлө асыштарға 500 патент алынған. Мәғлүмәт технологиялары, робот техникаһы, биотехнологиялар алдынғы йүнәлештәр, тип танылған. Республикала физика-математика һәм техника, химия технологиялары,  нефть эшкәртеү, гуманитар, медицина, биология һәм ауыл хужалығы өлкәһендәге ғилми тикшеренеүҙәрҙең ыңғай һөҙөмтәләре билдәле. Тик уларҙың ғәмәли ҡулланышты тиҙ генә таба алмауы борсоуға һала. Башҡортостан Фәндәр академияһының 25 йыллығы уңайынан ойошторолған тантаналы ултырышта Республика башлығы Рөстәм Хәмитов тап ошо мәсьәләгә айырым туҡталды.Рәсәй фәндәр академияһы ағза-корреспонденты, иҡтисад фәндәре докторы Дмитрий Сорокин фекеренсә, илдең иҡтисади үҫешен өмөтлө, тип таныр өсөн хужалыҡ итеү ысулын алыштырырға кәрәк. Шул саҡта фәнни ҡаҙаныштарҙы тормошта ҡулланыу ихтыяжы ла көттөрмәҫ. Йәмғиәт алдында торған мөһим мәсьәләләрҙе хәл итер өсөн фәндең халыҡҡа хеҙмәте зарур. Башҡортостан фәндәр академияһының сирек быуатлыҡ юбилейын билдәләп уның ҡаҙаныштарын барлағанда ғилми асыштарҙы ғәмәли ҡулланыу юлдары ла күҙаллана. 

Яндекс.Метрика