Салауат районында яңы юл сафҡа инде

Ташауыл ауылы халҡы хәҙер федераль программаларҙың нисек үтәлешен үҙҙәре лә яҡшы белә. Биләмә янында яңы юл асылды. Был проект Рәсәй кимәлендәге махсус проект нигеҙендә тормошҡа ашырылды. Оҙонлоғо 2 саҡрым ярым самаһы юл урындағы халыҡ өсөн күптән көтөлгән бүләк. 2014-2017 йылдарҙа ауыл биләмәләрен тотороҡло үҫтереү федераль маҡсатлы программаһы сиктәрендә бойомға ашырылған проект урындағы халыҡ өсөн баһалап бөткөһөҙ.  Ике ауыл – Урмантау һәм Ташауылға уртаҡ юлды һалыу республика һәм федераль ҡаҙнаға егерме ете миллион һумға төшкән.  Яңы юлға иң ҡыуанғандары балалар. Бының сәбәбе лә бар. Ташауылдан Урмантауға уҡыусыларҙы ташыған автобус быға тиклем соҡор-саҡырҙан йөрөгән. Шуға ла юл һалыусылар трассанан беренсе булып тап мәктәп автобусын үткәрҙе.  Яңы юл урындағы иҡтисад өсөн дә әһәмиәтле. Маҡсат – халыҡтың йәшәү кимәлен үҫтереп, тормошон яҡшыртыу, тиҙәр урындағы етәкселәр. Бөгөнгө көндә ауылды үҫтереү һәм төҙөкләндереү – мөһим стратегик бурыстарҙың береһе. 2014-2017 йылдарҙа ауыл биләмәләрен тотороҡло үҫтереү маҡсатлы программаһы ярҙамы менән Ташауылда төҙөлгән яңы юл, ауыл халҡы өсөн ҙур уңайлыҡтар менән бергә яңы мөмкинлектәр аса. 

Яндекс.Метрика