Өфөнөң Нижегородка биҫтәһендә сыҡҡан янғында йәрәхәтләнеүселәр һәм һәләк булыусылар юҡ

Өфөнөң Нижегородка биҫтәһендә сыҡҡан янғында йәрәхәтләнеүселәр һәм һәләк булыусылар юҡ. Был турала бөгөн  мәғлүмәт агентлыҡтары хәбәр итә.

Биҫтәнең бер урамында урынлашҡан “Хәләл” кафеһы һәм офис бүлмәләре янып китә. Ағас йорттарҙа йәшәүселәрҙе эвакуацияларға тура килә. Шаһиттар хәбәр итеүенсә, ут тиҙ арала бинаның байтаҡ өлөшөн ялмап ала. Янғын һүндереүселәр 4 сәғәт самаһы ут менән көрәшә. Янғын сәбәптәре әлегә билдәле түгел.



Последние новости

Яндекс.Метрика