Өфөлә йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙарын дауалау буйынса яңы төр операция яһай башланылар

Өфөлә йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙарын дауалау буйынса яңы төр операция яһай башланылар. Республикала тәүге пациенттың йөрәк аорта ҡапҡасы замандың алдынғы медицина технологияларына нигеҙләнеп эшләнгән биологик материал менән протезланды. Башҡортостан кардиологтарына сит ил белгестәре ярҙамға килде. Операция барышын хәбәрсебеҙ Рәлиә Сәхибгәрәева күҙәтте.

Операция өҫтәлендә ятҡан 78 йәшлек ҡатын атеросклероздан яфалана. Рәсәйҙә тәүгеләрҙән булып республика кардиология үҙәге был сирҙе дауалауҙа яңы алымдарҙы ғәмәлдә ҡуллана башланы. Үҙәк табиптары Францияла белемдәрен камиллаштырып ҡайтҡандан һуң, Башҡортостанда беренсе булып ошондай операция яһай.

Операцияның үҙенсәлеге — йөрәктең аорта ҡапҡасын ошо биологик материал менән протезлауҙа. Замандың алдынғы медицина технологияларына нигеҙләнеп эшләнгән был ҡоролма республикала беренсе пациентҡа  урынлаштырыла.

Иң мөһиме, был уникаль ысул оло йәштәгеләргә операция яһау мөмкинлеген бирә. Әммә заманса технологиялар менән генә алға китеп булмай, иң ҙур ышаныс табиптарҙың оҫталығына.

Йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙарын дауалауҙың был яңы төрө әлегә сит белгесе күҙәтеүе аҫтында үтә. Германия  табибы Хендрик Раж йылына 300-ҙән ашыу ошондай операция үткәрә. Хәҙер тәжрибәле белгес Башҡортостан кардиологтарына үҙенсәлекле ысулдың серҙәрен өйрәтә.

Йөрәк ауырыуҙарына ҡаршы көрәш – заман талабы, сөнки улар – иң йыш осраған ауырыуҙар рәтендә. Башҡортостан табиптары үҙләштергән яңы ысул республикала халыҡ һаулығын яҡшыртыуҙағы төп алымдарҙың береһенә әйләнәсәк.

Клапанды йөрәккә ҡуйғандан һуң уның урынын кәрәккәнсә үҙгәртергә була. Бөгөнгәсә был мөмкин түгел ине. Яңы ҡоролманың хаҡы миллион һумдан ашыу, ә беҙҙең республика халҡына бындай операциялар бушлай яһала.

Яндекс.Метрика