Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Рәсәй  Берләшкән Милләттәр Ойошмаһының именлек шураһының көнсығыш Алеппоға халыҡ-ара күҙәтеүселәр оҙатыу тураһындағы резолюцияһына вето һаласаҡ. Был турала Рәсәйҙең ойошмалағы вәкиле Виталий Чуркин белдерҙе. Боевиктарҙы һәм тыныс халыҡты эвакуациялау күптән бара, күҙәтеүселәр төркөмөн туплау иһә бер аҙна самаһы ваҡытты аласаҡ, тигән ул. Рәсәй ҡалалағы хәлде күҙәтеүҙең альтернатив планын тәҡдим итергә ниәтләй.

Польшала парламент көрсөгө дауам итә. Халыҡ “Закон һәм ғәҙеллек” фирҡәһе тәҡдим итеп парламент ҡабул иткән ҡапма-ҡаршылыҡлы бер-нисә законға ризаһыҙлыҡ белдереп урамға сыҡҡан. Оппозиция закондарҙы, шул иҫәптән киләһе йылға бюджетты ҡабул итеү өсөн кворум булмаған, тип раҫлай. 

Тиҙ йөрөүсе “Яр ҡарлуғасы” поезы Мәскәүҙән Берлинға тәүге рейс яһаны. Был юлды ул 20 сәғәттә үткән. Ошо маршруттағы башҡа поездар менән сағыштырғанда, пассажирҙар Белинға 5 сәғәттә тиҙерәк барып еткән.
“Мәскәү-Сити” эшлекле үҙәгенең “Око” башняһы ҡыйығында ер шарында иң бейектә урынлашҡан тәүге каток асылды. 354 метр бейеклектәге боҙҙа шыуыу үҙәгенең майҙаны 420 квадрат метрға етә.

Яндекс.Метрика