Башҡортостан яңы йылға әҙерләнә

Башҡортостан яңы йылға әҙерләнә. Байрамдың төп биҙәге – шыршылар хәстәрләү ҙә күңелле мәшәҡәт. Әйткәндәй, быйыл уларҙың хаҡы 800 һумдан алып 30  меңгәсә барып етә. Республиканың  төп урман хужалыҡтарының береһе – Иглиндағы ойошма ла әле ылыҫлыларҙы һатыуға сығарыу менән мәшғүл. Теманың дауамы беҙҙең киләһе яҙмала.

Республиканың урман хужалыҡтары яңы йыл алдынан ылыҫлы ағастар ҙа экспортлай. Бөгөн башҡорт шыршыһы, ҡарағай һәм пихтаһы Краснодар крайы ғына түгел, ә Ҡаҙағстандағы йорттар түренә лә ҡуйыла. Иглин урман хужалығы быйыл да Астана яғына меңдәрсә ағас оҙатырға ниәтләй.

Тик аҡсаны закон нигеҙендә эшләү менән бер рәттән, Яңы йыл алдынан браконьерҙар ҙа күбәйә. Декабрҙең тәүге аҙнаһында уҡ Дыуанда йөҙгә яҡын шыршы-ҡарағайҙы ҡырҡып алғандар. Күрелгән зыян тиҫтәләрсә мең һум. Штраф күләме лә халыҡты ҡурҡытмай. Әйткәндәй. Браконьерҙарҙар ғәйебе раҫланған осраҡта, бурҙар дәүләт ҡаҙнаһына 300 мең һумғаса түләргә бурыслы. Күңелһеҙ хәлдән ҡотолоу өсөн, Иглинда хәҙер һәр ауылда ла тиерлек шыршы баҙарҙарын ойошторалар.

Шыршы баҙарҙарына килгәндә, Өфөлә быйыл һәр ҙур сауҙа комплексы янында ла махсус рәттәр асыла. Эшҡыуарҙар өсөн булдырылған йәрминкәлә тап башҡорт шаршы-ҡарағайҙары һатыласаҡ.

Тик шыршылар хаҡы ла былтырғы менән сағыштырғанда юғарыраҡ. Урман ҡупшыҡайҙарының ҡайһы берҙәрен 30 мең һумға һаталар.

Башҡортостандың урман хужалыҡтары яңы йылға 130 мең ағас әҙерләргә ниәтләй. Ә шыршы баҙарҙары утыҙ беренсе декабрҙә генә ябыла. 

Яндекс.Метрика