Рәсәй һәм донъя яңылыҡтары

Рәсәй сит ил эштәре министры Сергей Лавров Рәсәйҙең Төркиәләге илсеһен үлтереүҙе провакация тип баһаланы. Был енәйәтте ойоштороусылар Мәскәү менән Анкара араһындағы мөнәсәбәттәрҙе ҡаҡшатыуҙы һәм террорға ҡаршы һөҙөмтәле көрәште туҡтатыуҙы маҡсат итеп ҡуйған тине Сергей Лавров. Рәсәй президенты Владимир Путин Төркиә етәксеһе Рәжәп Эрдоган менән телефон аша һөйләшкән.

Берлиндағы фажиғәлә кәм тигәндә 12 кеше һәләк булған. Ауыр йөк машинаһы ҙур тиҙлектә раштыуа йәрминкәһе биләмәһенә инеп күп кешене тапатҡан. Шаһиттар әйтеүенсә,  Польша номерҙары ҡуйылған машина сауҙа рәттәре емереп 50 метр самаһы барған.

Американың һайлаусылар коллегияһы Дональд Трампты Ҡушма Штаттар президенты итеп һайланы. Ул 304, ә Хиллари Клинтон 270 тауыш йыйған. Шулай итеп, күп кенә киң мәғлүмәт сараларының һайлаусылар Трамп өсөн тауыш бирмәйәсәк, тигән фараздары дөрөҫкә сыҡманы.

Мексикала Колима вулканы уянып халыҡты ҡурҡыуға һалған. Уны утлы вулкан, Мексика Везувийы тип тө йөрөтәләр. Бейеклеге 3 мең 820 метрға еткән вулкан Халиско штатында, Тымыҡ океандан 80 саҡырым алыҫлыҡта урынлашҡан.

Яндекс.Метрика