2017 йылдан дәүләт органдары эшмәкәрлеген баһалау системаһы үҙгәрә

2017 йылдан дәүләт органдары эшмәкәрлеген баһалау системаһы үҙгәрә.

Властың эш һөҙөмтәләрен барлағанда тәү сиратта төбәктең һалымдар иҫәбенә килем алыу мөмкинлегенә иғтибар бирелә. Республика хөкүмәтендә ведомство-ара комиссия ултырышында килем потенциалын арттырыу, республика һәм муниципаль берәмектәр бюджеттарын һалым һәм һалым булмаған йыйымдар иҫәбенә тулыландырыу мәсьәләләре тикшерелде.Хөкүмәт рәйесе Рөстәм Мәрҙәнов белдереүенсә, быйыл һалым һәм йыйымдар иҫәбенә алынған килем күләме 116 миллиард һумға етте. Киләһе йылға тупланма бюджет дефицитһыҙ булыр, тип күҙаллана. Алдағы йылдарға иһә килемдәрҙе оптималләштереү, һалым-йыйымдар күләмен арттырыу сараларын күреү талап ителә, тине хөкүмәт Премьер-министры.

Яндекс.Метрика