Бөгөн Башҡортостандың халыҡ артисы, бейеүсе Әнүәр Фәхретдиновҡа үҙе йәшәгән йортта мемориаль таҡтаташ асылды

Бөгөн Башҡортостандың халыҡ артисы, бейеүсе Әнүәр Фәхретдиновҡа үҙе йәшәгән йортта мемориаль таҡтаташ асылды.

Әнүәр Фәхретдинов 1946-сы йылда Фәйзи Ғәсҡәров саҡырыуы буйынса Башҡорт дәүләт халыҡ бейеүҙәре ансамбленә эшкә килә һәм коллективтың иң сағыу бейеүселәренең береһенә әүерелә. Ваҡытында Әнүәр Нуретдин улы “Өс ағай”, “Төнъяҡ Амурҙары”, “Бүләк”, “Әпипә” бейеүҙәрендә төп партияларҙы башҡара. Бөгөн мемориаль таҡтаташ асыу тантанаһында Әнүәр Фәхретдиновтың ҡыҙы, яҡындары, уҡыусылары һәм Фәйзи Ғәсҡәров исемендәге академия халыҡ бейеүҙәре дәүләт ансамбле бейеүселәре ҡатнашты.

 

Яндекс.Метрика