Рәсәй һәм донъя яңылыҡтары

Мәскәүҙә өс яҡлы осрашыуҙа Рәсәй, Төркиә һәм Иран  Сүриәлә тыныслыҡ тәьмин итеү буйынса саралар планын тикшерҙе. Бындай форматта осрашыу тәүге тапҡыр үтте. Яҡтар билдәләүенсә, Сүриәләге конфликтты хәрби юл менән хәл итергә ярамай. Өс ил ИГИЛ-ға ҡаршы бергәләп көрәшергә һөйләшеп килеште.

Рәсәй һәм Төркиәнең берлектәге төркөмө Анкарала Рәсәйҙең Төркиәләге вәкиле Андрей Карловты атып үлтереүҙе тикшерә башланы. Беҙҙең ил дә, Төркиә лә был енәйәттең маҡсаты ике ил араһындағы мөнәсәбәттәрҙе ҡаҡшатырға тырышыу, тип белдерә. Рәсәй дипломаты дүшәмбе Рәсәй тураһындағы фото күргәҙмәне асыу тантанаһында сығыш яһағанда атып үлтерелгәйне.

Берлиндағы теракт өсөн “Ислам дәүләте” ойошмаһы яуаплылыҡты үҙ өҫтөнә алды. Раштыуа йәрминкәһендә ҡатнашыусыларҙы ауыр йөк машинаһы менән тапатыусы террорсы әле иректә. 

Яндекс.Метрика