Боярышник һатылған урындарҙы тикшереү башланды

Боярышник һатылған урындарҙы тикшереү башланды.

Иркутскиҙағы ваҡиғаларҙан һуң Рәсәй ҡулланыусылар хоҡуҡтарын күҙәтеү хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығы энәлек емешенең спитрлы төнәтмәһе, йәғни, боярышник һатылған урындарҙы тикшерә башланы. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, унда спиртлы шыйыҡсаны эсеп 55 кешенең ғүмере өҙөлдө, тағы ла тиҫтәләгәне ауыр хәлдә дауаханала ҡала. Арзан Бояр лосьоны Өфөлә һирәк һатыла. Әммә, ярты йыл элек был шыйыҡса менән тулған автоматтар ҡаланың бөтә райондарында ла бар ине. Хәҙер, уларҙы тиҙ арала юҡ итәләр. Ләкин, энәлек төнәтмәһен бөтә ерҙә лә һатып алырға мөмкин. Энәлек төнәтмәһенең хаҡы 25 һум самаһы. Шуға күрә, уны ҡулланыу ҡағиҙәһенә бөтөнләй иғтибар итмәй социаль яҡланмаған һәм аҙ тәъмин ителгән кешеләр күберәк һатып ала. Ғәҙәттә, бындай шыйыҡсыларҙы табиптар йоҡо килмәгәндә, стресс хәлендә һәм эске көсөргәнешлек булғанда эсергә кәңәш итә. Әммә, бер нисә тамсы ғына. Иҫерткес эсемлектәр менән мауығыусылар араһында шундай имеш-мимеш йөрөй. Йәнәһе, боярышниктың спирты араҡыныҡынан күпкә яҡшыраҡ. Әммә, табиптар бының менән килешмәй.Белгестәр әйтеүенсә, боярышник кеүек медицина шыйыҡсаларын күпләп эсеү ауыр хәлгә килтерә. Мәҫәлән, күҙ һуҡырайыуы, хәтер юғалыуы мөмкин. Ә организм нығыраҡ ағыуланһа, тағы ла ҡурҡынысыраҡ эҙемтәләр булыуы ихтимал. Иркутск ҡалаһында күпләп ағыуланыу осрағы 19-сы декабрҙә теркәлде. Энәлек емешенән төнәтмәнең метил спирты һәм антифриздан эшләнгәне асыҡланды. Бөгөнгә уны эскән 55 кешенең ғүмере өҙөлдө. Ошоға бәйле бөтә ил буйынса тикшереүҙәр башланды.Быйыл Башҡортостанда спиртлы эсемлектәрҙән 50-гә яҡын кеше ағыуланып һәләк булған. Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаттары ла халыҡтың сифатһыҙ спиртлы эсемлектәр менән ағыуланыуын сикләү маҡсатында яңы закон проектын әҙерләй.Ә Дәүләт Думаһында бөтә спиртлы эсемлектәрҙең акциздарына хаҡ арттырырға тәҡдим итәләр. Депутаттар фекеренсә, Рәсәйҙә алкоголизм менән көрәш төп йүнәлештәрҙең береһенә әйләнергә тейеш.

Яндекс.Метрика