Иң-иңдәр президент шыршыһына

Иң-иңдәр президент шыршыһына.

Йылдағыса, уҡыу алдынғылары, спорт ярыштарында еңеүселәр, төрлө яҡлап һәләтле балалар Мәскәүҙә һәм Өфөлә үтәсәк Яңы йыл тамашаһында ҡатнаша. Илдең төп шыршыһына республиканан барасаҡ 114 бала юлға әҙерләнә лә инде. Алина Ниғмәтуллина республиканың төп Яңы йыл тамашаһына моңло күстәнәсен әҙерләй. Тырыш уҡыусы, төрлө конкурстар еңеүсеһе, мәктәптең иң моңло һандуғасы мәртәбәле сараға йырҙан тыш, күлдәк тә һайлап ҡуйған. Уҡыу алдынғылары, конкурстар, фестивалдәр лауреаттары ҡатнашлығындағы Яңы йыл байрамы Өфөлә 22 декабрҙә үтә. Күлдәктең иң матурын, биҙәүестең иң затлыһын.  Настяны әсәһе менән өләсәһе менән ҙур байрамға әҙерләй. Ҡыҙ оҙаҡламай Мәскәүгә Кремль шыршыһына бара. Шатлыҡлы хәбәрҙе ишеткәс, бөтә ғаилә ҡыуана, был мөмкинлекте Кобызевалар мөғжизәгә тиңләй. Бар яҡлап та һәләтле: бәләкәйҙән бейеү, һүрәт төшөрөү, музыка менән мауыға. Ҡала һәм республика кимәлендә ҡаҙаныштарға өлгәшкәне өсөн дә ҡыҙ илдең төп шыршыһына барыу хоҡуғын алған. Настя был хыялының тормошҡа ашыуының сәбәбе үҙенең тырышлығы түгел, ә мөғжизә, ти. Яратҡан фәне математика, әммә телдәрҙе лә ҙур ҡыҙыҡһыныу менән өйрәнә ҡыҙ. Рус ғаиләһенән булһа ла, Настя башҡорт телен ярата. Өфөнөң 41-се мәктәбендә иң өлгөлөләрҙән һаналған уҡыусы үҙенсәлекле бүләккә лайыҡ тип иҫәпләй  уҡытыусылар. Дөйөм алғанда, Башҡортостандан Кремль шыршыһында 114 бала барасаҡ. Улар 25 декабрҙә махсус рейс менән Мәскәүгә юллана. Илдең төп Яңы йыл тамашаһы 26 декабргә билдәләнгән. 

Яндекс.Метрика