Башҡортостанда онкология ауырыуҙарҙын асыҡлау буйынса яңы алым ҡуллана башланылар

Башҡортостанда онкология ауырыуҙарҙын асыҡлау буйынса яңы алым ҡуллана башланылар.

Өфө ядро медицинаһы үҙәге етештергән  радиофармпрепарат баш мейеһендәге шештәрҙе күрергә ярҙам итә. Ваҡытында дөрөҫ ҡуйылған диагноз кешенең ғүмерен оҙайтыуын иҫәпкә алғанда, республика халҡы өсөн был асыш яңы мөмкинлектәр бирә. Ядро медицинаһы үҙәге лабораторияһында  яңы препарат етештерә башлағандар. Ул шыйыҡса кешенең баш мейеһенә диагностика үткәргәндә теүәл мәғлүмәттәр бирә. Радиохимик лабораторияла заманса автоматлаштырылған ҡорамалдар ярҙамында синтезлау процессы бара. Икенсе ҡоролма шыйыҡсаны шәхсән һәр пациент өсөн, кешенең ауырлығын һәм буйын иҫәпкә алып, тейешле миҡдарҙа һауыттарға тултыра. Препарат пациенттарҙа ҡулланыр алдынан бер-нисә күрһәткес буйынса тикшереү өсөн контроль лабораторияға тапшырыла. Бер аҙна эсендә яңы ысул менән 10 кешегә диагностика үткәрелгән. Яман сир арҡаһында, уларҙың береһе лә камераға йөҙөн күрһәтергә теләмәй. Әммә беҙҙең республикала бындай хеҙмәттең барлыҡҡа килеүе уңайлы тип билдәләйҙәр.Шыйыҡсаны кешегә ҡан тамыры аша ҡаҙайҙар һәм бер-нисә минуттан препарат организмға таралғас, позитрон-эмиссион томографияһы үткәрелә. Ул ҡоролма аша анатомик һүрәттә баш мейеһенең һәр өлөшөн асыҡтан-асыҡ күрергә мөмкин. Был мәғлүмәттәргә нигеҙләнеп нейрохирургтар ҡыҫҡа ваҡыт эсендә диагноз ҡуйып, дауалау курсын дөрөҫ билдәләй ала.

Ядро медицинаһы үҙәге асылғандан алып 10 меңгә яҡын диагностикалау процедураһы үткәреп, 7 мең кешегә юғары технологиялар нигеҙендә медицина ярҙамы күрһәтелгән. Ә яңы теүәл тикшереү алымы тағы ла меңәрләгән пациентт ың ауырыуын ваҡытында асыҡлап, ғүмерен һаҡлап ҡалырға ярҙам итәсәк. Иң мөһиме, был хеҙмәттәр тулыһынса бушлай үткәрелә.

Яндекс.Метрика