Идарасы компанияларҙы ярты йыл һайын алыштырырға мөмкин буласаҡ

  • Идарасы компанияларҙы ярты йыл һайын алыштырырға мөмкин буласаҡ | ГТРК «Башкортостан»

Идарасы компанияларҙы ярты йыл һайын алыштырырға мөмкин буласаҡ.

Күп фатирлы йорттарҙы хеҙмәтләндереүсе компанияларҙың идара итеү ваҡытын кәметеү буйынса законға үҙгәрештәрҙе ил парламентына Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаттары тәҡдим итте. Уға ярашлы, Рәсәй торлаҡ кодексының 161 статьяһына үҙгәрештәр индереү ҡарала. Яңы проект буйынса, күп фатирлы йортта йәшәүселәр идарасы компанияларҙы һайлау ваҡытын 1 йылдан ярты йылға тиклем кәметә ала. 6 ай эсендә өйҙә йәшәүселәр идарасы компанияны һайларға бурыслы.

Яндекс.Метрика