Башҡортостандан 250 уҡыусы йәш хәрбиҙәр рәтенә баҫты

Башҡортостандан 250 уҡыусы йәш хәрбиҙәр рәтенә баҫты.

Бөгөн Өфөлә “Юнармия” Бөтә Рәсәй балалар һәм үҫмерҙәр хәрби-патриотик йәмәғәт ойошмаһының тәүге республика слеты үтте. Сараны асыр алдынан ҡатнашыусылар авиаһәләкәттә мәрхүм булыусыларҙы бер минут тынлыҡ менән иҫкә алды. Йәш патриоттарҙың беренсе слетына 50 райондан 250 уҡыусы йыйылғайны. Улар тәүгеләрҙән булып быйыл апрель айында Рәсәй президенты ҡарары буйынса ойошторолған “Юнармия” хәрәкәтенә ҡушылды һәм тантаналы ант бирҙе. Ойошмаға инеүселәрҙе Дәүләт йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев һәм Башҡортостан буйынса баш федераль инспектор Михаил Закомалдин тәбрикләне. Әле Башҡортостанда йөҙәрләгән хәрби-патриотик йүнәлештә эшләүсе ойошмалар бар. “Юнармия” патриотик тәрбиә эшен менән бергә хәрби әҙерлек өлгөһөнә әүерелергә тейеш. Башҡортостан өсөн был айырыуса мөһим, сөнки башҡорттарҙың хәрби рухы хаҡында Владимир Путин да маҡтап телгә алды, тине парламент рәйесе. 

Яндекс.Метрика