Өфөлә Сталинград һуғышында Рәсәй ғәскәрҙәренең немец-фашист илбаҫарҙарын тар-мар итеүгә арналған осрашыу үтте

Өфөлә Сталинград һуғышында Рәсәй ғәскәрҙәренең немец-фашист илбаҫарҙарын тар-мар итеүгә арналған осрашыу үтте.

 Унда эҙәрмәндәр отрядтары вәкилдәре лә саҡырылғайны. 94 йәшлек Хәсән Хөсниризалов Сталинград алышында ҡатнаша. Ул бихисап орден-миҙалдар менән бүләкләнеүсе сал сәсле ветеран. Ошо көндәрҙә уға тағы бер награда тапшырылды. Хәсән Хөсниризалов 1942 йылда фронтҡа алына һәм Сталинград өсөн барған ҡаты алыштарҙа ҡатнаша. Йәш егет 214-се уҡсылар дивизияһы составында Сталинградтан Прагаға тиклем юл үтә. 1942 йылдың йәйендә немец илбаҫарҙары СССР-ҙың көнъяғында көслө һөжүмгә күсә. Улар тиҙ арала Сталинградты баҫып алып, артабан Каспий диңгеҙенә, Кавказға сығырға ниәтләй. Паулюстың алтынсы армияһы бер аҙна эсендә был операцияны тамамларға тейеш була. Әммә, Совет ғәскәрҙәре дошманды ҡамауға ала һәм тар-мар итә. Өфөлә ошо ваҡиғаларҙы иҫкә алдылар.Йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре, уҡыу йорттары студенттары һәм эҙәрмәндәр отрядтары ағзалары Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған яугирҙарҙы иҫкә алды. Һуңынан сараға йыйылыусылар Республика Хәрби дан музейы экспонаттары менән танышты. Бында шулай уҡ, әүҙем эҙәрмәндәргә дәүләт наградалары тапшырылды.1942 йылдың 19 ноябрендә Совет ғәскәрҙәре 15 000 орудие һәм минометтарҙан көслө канонада менән Сталинград эргәһендә контрһөжүмгә күсә. Һөҙөмтәлә фашист ғәскәрҙәренең Сталинград төркөмө тар-мар ителә, бында немецтар миллион ярым һалдат һәм офицерын ҡалдыра. Тап Сталингард алышы Бөйөк Ватан һуғышының һынылышлы мәле була. 

Яндекс.Метрика