Рәсәй һәм донъя яңылыҡтары

Ҡара диңгеҙҙә ТУ-154 самолеты һәләкәткә осраған биләмәлә эҙләү-ҡотҡарыу операцияһы дауам итә. Әле бында 109 водолаз, 32 судно һәм катер, биш вертолет, пилотһыҙ самолет,  һыу аҫты аппараттары эшләй. Самолеттың тимер һыныҡтары 100 метр тәрәнлектә ята.

Сүриәнең ҡораллы оппозицияһы Алеппоның көнсығыш кварталдарын ҡалдырып китә. Был операцияны кисә тамамлауға һауа шарттары ҡамасауланы. Ҡапыл һыуытып ҡар яуғас кешеләрҙе сығарыу ҙа туҡталып ҡалды. Ҡораллы оппозицияны сығарыу Сүриә хакимиәттәренә 300 меңдән ашыу кеше үлеменә килтергән граждандар һуғышын тамамларға мөмкинлек бирә.

“Германия өсөн альтернатива” фирҡәһе Ангела Меркельды вазифаһынан китергә саҡыра. Ә Регида фирҡәһе иртәгә ил буйынса ҡаршылыҡ акциялары үтәсәк тип белдерҙе. Депутаттар белдереүенсә, илдә килеп тыуған хәл- террор янауы өсөн Ангела Меркель яуап бирергә тейеш.

Билдәле блогер Кейси Нейстат сноуборд өсөн дрон эшләгән. Ул кешене һауаға күтәрергә һәләтле. Ҡеүәтле дрон тураһындағы видеоны һәр кем интернетта ҡарай ала. Унда Санта-Клаус костюмы кейгән Нейстаттың ҡеүәтле коптер ярҙамында ҡарҙа шыуыуы һәм йорттар өҫтөнән ососуы күрһәтелгән.

Яндекс.Метрика