Ҡара диңгеҙҙә ТУ-154 самолеты һәләкәткә осраған биләмәлә эҙләү-ҡотҡарыу операцияһы дауам итә

  • Ҡара диңгеҙҙә ТУ-154 самолеты һәләкәткә осраған биләмәлә эҙләү-ҡотҡарыу операцияһы дауам итә | ГТРК «Башкортостан»

Ҡара диңгеҙҙә ТУ-154 самолеты һәләкәткә осраған биләмәлә эҙләү-ҡотҡарыу операцияһы дауам итә.

Әле бында 200 водолаз, 45 судно һәм катер, биш вертолет, пилотһыҙ самолет,  һыу аҫты аппараттары эшләй. Самолеттың тимер һыныҡтары 100 метр тәрәнлектә ята. Фажиғәлә 92 кешенең ғүмере өҙөлдө. Һәләк булыусылар араһында  Александров исемендәге йыр һәм бейеү ансамбле артистары, Беренсе канал, НТВ, “Звезда” телеканалдары журналистары ла бар. Һуңғы мәғлүмәтәргә ҡарағанда, ҡотҡарыусылар тағы өс мәрхүмдең кәүҙәһен тапҡан. Рәсми сығанаҡтар шулай уҡ, борттағы “ҡара ҡумталарҙың” береһен асыҡлауы тураһында ла яҙа. Белгестәр һүҙҙәренә ҡарағанда, самолеттың ҡойроҡ яғына ҙур зыян килгән. Ошонан сығып, командир бортты һыу өҫтөнә ултыртырға тырышҡан, тигән фараздар бар.  



Последние новости

Яндекс.Метрика