Иғтибар – хәүефле һырғала

Иғтибар – хәүефле һырғалаҡ. Башҡортостанда ҡышҡы каникул мәлендә балалар именлеген тәьмин итеү беренсе урынға сыға. Был бигерәк тә юлдар, соҡорҙар янында үҙбелдек менән эшләнгән тау-һырғалаҡтарға бәйле. 

Роман белә тороп юл буйындағы тауҙан шыуырға, килә. Ҡурҡыныс хәлдән һуң ата-әсәләр балаларын унда ебәрмәйҙәр һәм бөтә тау уның ҡарамағында тиерлек. Машиналар йөрөгән ерҙә урынлашҡан тауҙан шыуыу хәүефе айырыуса ҙур.

Республикала тау һәм юлдар янындағы һырғалаҡтарҙа йәрәхәтләнгән балалар ҙа бар. Был ерҙә  10 йәшлек ҡыҙҙың ҡурҡыныс тауҙан шыуған сағында, юлда китеп барған машина тәгәрмәсе аҫтына инеп китә. Бәхеткә күрә, сабый  йәрәхәттәре  ауыр түгел. Әммә, тауҙағы һырғалаҡ һаман да эшләй. Ул ябылмаған.

Яңы йыл алдынан  Өфөлә етмеш ерҙә ҡар-боҙҙан тауҙар эшләнгән. Һырғалаҡтар хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре һәм талаптарына тулыһынса яуап бирә. Тик балалар һәм халыҡ сәләмәтлеге өсөн ҡурҡыныс тау- майҙансыҡтар барыбер күберәк.  Быны белгестәр ҙә раҫлай.

Өфөлә генә түгел, ә бөтә Башҡортостанда ашығыс ярҙам күрһәтеү хеҙмәткәрҙәре, ҡышҡы ял көндәрендә ата-әсәләргә икеләтә иғтибарлы булырға саҡыра. Хәүефһеҙлек саралары күңелһеҙ хәлдәрҙе иҫкәртергә булышлыҡ итергә тейеш. 



Последние новости

Яндекс.Метрика