Яңы йыл алдынан аҙыҡ-түлектең айырым төрҙәренә хаҡтар арта

Яңы йыл алдынан аҙыҡ-түлектең айырым төрҙәренә хаҡтар арта. Емеш-еләк иһә былтырғыға ҡарағанда ла арзаныраҡҡа һатыла. Нисек кенә булмаһын, халыҡ байрам өҫтәленән баш тартырға йыйынмай. 

Байрам алдынан хаҡтар артыуын хаҡлы ялдағылар, айырыуса, ныҡ тоя. Кибеткә барғандан һуң тотонолған аҡсаны һанау  улар       өсөн мәжбүри сара.

Ҡайһы бер һатыу нөктәләрендә йомортҡаның ун данаһы өсөн 60-80 һум сығарып һалырға кәрәк. Аҙыҡ-түлеккә хаҡтарҙың икеләтә артыуын хатта күмәртәләп һатыу баҙарҙарында ла йәшермәйҙәр.

Ҡайһы бер тауарҙарға хаҡтарҙың төшөүен, ә икенселәренә ҡыйбатланыуын хатта һатыусылар ҙа аныҡ ҡына аңлата алмай.

Белгестәр билдәләүенсә, байрамдар алдынан ҡайһы бер аҙыҡ-түлеккә хаҡтар артыуы, икенселәренә төшөүе ғәҙәти күренеш. 

Ә бына ҡайһы бер сауҙа нөктәләрендә емеш-еләктәрҙе хатта былтырғыға ҡарағанда ла арзаныраҡҡа алырға мөмкин.

Яңы йыл алдынан киреһенсә төрлө акциялар уҙғарып, халыҡты йәлеп итергә, уларға байрам кәйефе бүләк итергә тырышабыҙ, ти ҡайһы бер һатыусылар.

Яңы йыл тәмлекәстәренең ҡиммәтләнеүе байрам өҫтәле әҙерләргә, күтәренке кәйефкә ҡамасауламаясаҡ, ти Өфөлөләр. Йылына бер тапҡыр ғына килгән байрамға һәр кем  мул өҫтәл әҙерләргә ниәтләй.

Яндекс.Метрика