28 декабря 2016 — 16:04
Өфөнөң энергетик хәүефһеҙлеге камиллаша
Өфөнөң энергетик хәүефһеҙлеге камиллаша.
Баш ҡаланың төнъяҡ өлөшөндә бөгөн Гвардейская электр подстанцияһы сафҡа инде.Уны рәсми асыу тантанаһында республика хөкүмәте премьер-министры Рөстәм Мәрҙәнов ҡатнашты. Энергетика объекты ҡаланың бер өлөшөн, Өфө районы һәм яңы индустриаль паркты өҙлөкһөҙ электр яғыулығы менән тәьмин итәсәк. 220 килоВатт ҡеүәтендәге подстанцияны һәм өҫтәмә электр линияларын төҙөү 800 миллион һумға төшә. Сығымдарҙы тулыһынса инвесторҙар үҙ өҫтөнә ала. Гвардейская подстанцияһы баш ҡаланың төнъяғын артабан үҫтереүгә һәм Өфө индустриаль паркына яңы инвесторҙар йәлеп итергә лә яҡшы этәргес булырға тейеш. Сөнки бында төҙөләсәк предприятиеларҙы электр уты менән тәьмин итеү мәсьәләһен тулыһынса хәл итә.
Смотреть видео

УМПО поставит 12 новых двигателей для компрессорных станций газопровода «Сила Сибири»
8 минут 49 секунд назад
Смотреть видео

В Казани проходят гастроли Башкирского театра драмы имени Мажита Гафури
2 часа 56 минут назад
Смотреть видео

Еще 40 сотрудников уфимского Аэропорта сделали прививку вакциной «Спутник V»
3 часа 4 минуты назад
Смотреть видео

Житель Башкирии на тракторе пропал без вести: транспорт нашли на дне реки
3 часа 27 минут назад
- 1 из 5436
- следующая ›