Рәсәй һәм донъя яңылыҡтары

Рәсәй оборона министрлығы ТУ-154 самолеты һәләкәткә осраған биләмәлә ҡара ҡумталар табылыуы тураһында хәбәр итте. Улар Люберцы ҡалаһына хәрби-һауа көстәренең үҙәк фәнни- тикшеренеү институтына килтерелгән. Ҡара ҡумталар яҙылған мәғлүмәтте тоҙло һыуҙа 36 сәғәт һаҡлай ала.

Төркиә президенты Америка һәм уның ҡуштандары Сүриәләге операцияла Ислам дәүләте террорсыларына ярҙам итә, тип белдерҙе. Рәжәп Эрдоганға һылтанып был турала ДПА агентлығы хәбәр итә. Американың террорсыларға ярҙам итеүе буш һүҙ түгел. Беҙҙә фотографиялар һәм видео бар тигән Төркиә етәксеһе.

Япония премьер-министры Синдзо Абэ Американың Перл-Харбор базаһында һәләк булған һалдаттарҙы иҫкә алыу сараларында ҡатнашты. 1941-се йылда бында 2 мең 500 һалдат үлтерелә, меүгә яҡыны яралана. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, япондарҙың Перл-Харборға һөжүме Американы икенсе донъя һуғышына инергә этәрҙе.



Последние новости

Яндекс.Метрика