Ғабдрахман Ҡадыров исемендәге спорт мәктәбе юҡҡа сығырмы?

Ғабдрахман Ҡадыров исемендәге спорт мәктәбе юҡҡа сығырмы?

Уҡыуҙар туҡтатылған, ә  мотоциклдар һатыуға ҡуйылған. Бының сәбәбе- финанслау юҡлығы. Никита Богданов мөмкинлек бар саҡта мотоциклда туйғансы йөрөп ҡалырға тырыша.  Тимер атына ҡасан яңынан ултыра алыр билдәһеҙ. Ә был йәш спортсылар хатта мотоциклдарын ҡабыҙырға ла өлгөрмәнгән. Улар тимер аттарын машиналарға төйәп гаражға  оҙатырға мәжбүр. Спорттың техник төрө мәктәбе етәкселәре өсөн ҡуртымға биреүселәрҙән   яҙма дәғүә килә. Уларҙың һүҙе буйынса,  үҙәк беренсе кварталға ғына түләгән. Спорттың техник төрҙәре үҙәгендә бындай проблема ике йыл элек үк башланды, ти республиканың мотофедерация президенты Николай Красников. Ғабдрахман Ҡадыров исемендәге спорт мәктәбе Бөтә Рәсәй ярыштарының беренсе миҙгелендә үк миҙал яулап өлгөрҙө. 16 йыл эсендә клуб Николай Красников, Дмитрий Буланкин, Дмитрий Колтаков кеүек танылған уҙышсылар тәрбиәләп сығарҙы. Бихисап кубоктар, миҙалдар… Фотоһүрәттәр башҡорт мотоспортының уңыштарына хаҡында һөйләй. Әле иһә уларҙы ла һаҡларға урын юҡ. Бар ғәнимәттәрҙе лә административ бинаға күсерергә тура килгән. Мотоспорт мәктәбенең ябылыуына Ғабдрахман Ҡадыровтың улы ла ышанырға теләмәй. Етмәһә, Артур Ҡадыровтың улы ла күптән түгел бында шөғөлләнә башлаған. Өфөлә ғинуар аҙағына планлаштырған суперлига һәм Европа Чемпионаты ла һорау аҫтында. Шулай уҡ башҡорт мотоспортының 80 йыллығы ла нисек уҙғарыласағы билдәһеҙ. 

Яндекс.Метрика