Төбәктә мультиплексҡа күсеү дауам итә

Төбәктә мультиплексҡа күсеү дауам итә.

Федераль программаға ярашлы, 2018 йылға тиклем Башҡортостан халҡының 95 проценты түләүһеҙ цифралы телевидение менән тәьмин ителергә тейеш. Телевышкалар республика буйынса 216 урында төҙөләсәк. Мишкә районында бер юлы ошондай дүрт ҡоролма ҡулланыуға тапшырылды. Был йорт хужаларын көтөлмәгән ҡунаҡтар шатландырҙы ғына. Мишкә ауылының почетлы гражданины, хеҙмәт ветераны Роза Ғиниәтуллинаға Рәсәй телевидение һәм радио селтәре хеҙмәткәрҙәре приставка бүләк итте һәм ауылда тәүгеләрҙән телевизорҙы цифралы форматта, юғары сифатта ҡарау мөмкинлеге бирҙе. Быға тиклем Роза Туҡтағол ҡыҙы телевизорҙың насар күрһәтеүенә зарланған, ошондай приставка яңы йылға иң ҙур бүләк, ти ул. Цифралы телевидениеға күсеү менән республика халҡы телевизорҙан радиотапшырыуҙар ҙа тыңлай ала. Сөнки беренсе мультиплекс ун телевидение каналы менән бер рәттән,  “Рәсәй-Башҡортостан”, “Хәбәрҙәр ФМ” һәм “Маяк” радиоларын үҙ эсенә ала. Юғары сифатта һәм бушлай 10 телеканалды  ҡарау бәхете хәҙер Имаевтарға ла тейҙе. Күп балалы ғаилә, бигерәк тә, йәнһүрәттәр ҡарау мөмкинлегенә шатлана. Мишкә районы халҡының 70%-ы цифралы телеканалды бушлай ҡарай ала. 75 метр бейеклектәге панелле тапшырыу антеннаһы федераль сигналдарҙы һәр йорттағы ҡабул итеү  антенналарына тарата, артабан сигнал приставка аша цифрлы форматҡа үҙгәртелеп телевизорға йүнәлтелә. Ҡоролмалар барыһы ла үҙаллы эшләй, ә белгестәр уларҙың торошон  күҙәтә.  Цифралы телевидениены республиканың 2 миллион 600 мең кешеһе ҡарай аласаҡ.  Мультиплексҡа күсеү мегаполиста йәшәүселәр өсөн генә түгел, ә төпкөл ауылдарҙағы халыҡ өсөн дә уңайлы.

Яндекс.Метрика