Автомобилдәр эҙенән тәрән соҡорҙар аварияларға сәбәпсе

Автомобилдәр эҙенән тәрән соҡорҙар аварияларға сәбәпсе

Һуңғы көндәрҙә көслө ҡар яуып юлдарҙы бутҡаға эйләндерҙе, ә ҡайһы бер урындарҙа автомобилдәр эҙенән тәрән соҡорҙар барлыҡҡа килде. Был иһә аварияларҙың артыуына сәбәпсе булды. Рәмил Иманғоловтың ҡатыны эшенә китеп барғанда колеяға эләгә һәм ҡаршы юлға сығып китә. Унда ул тағы ла ике автомобиль менән бәрелешә. Рәмил хәҙер юлдың насар торошо өсөн ҡала хакимиәтен судҡа бирергә йыйына. Һуңғы көндәрҙә Өфөлә тиҫтәләгән авария теркәлде. Хәҙер улар машиналарҙы ремонтлау сығымдарын иҫәпләй. Ҡайһы бер автоһәүәҫкәрҙәр водителдәрҙең йөрөтөү тәжрибәһе юҡ, тип белдерә. Ә юл таҙартыусылар, киреһенсә, автомобиль хужаларын ғәйепләй. Улар урамда торған машиналар арҡаһында юлдарҙы яҡшылап таҙартып булмай, тип зарлана. Юлдарҙы тәртипкә килтереү буйынса бер-нисә ойошма шөғөлләнә. Бынан тыш, күҙәтеү органдары бар. Мәҫәлән, юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы ошо турала акттар яҙып, юридик ойошмаларға ебәреп тора. Әгәр ҡарҙан барлыҡҡа килгән колеяларҙы грейдерҙар таҙарта алһа, йәйен эҫе көндәрҙә ишелгән асфальт әле һаман аварияларға килтерә. Һуңғы көндәрҙә ҡар яуып соҡорҙар барлыҡҡа килде. Был иһә бихисап аварияға килтерҙе. Мәҫәлән, әлеге генә беҙҙең күҙ алдында ике автомобиль төкөштө. Водителдәр беҙгә бер-нәмәлә аңлатырға теләмәне. Әммә, аҡ машина хужаһы юлдағы бутҡа арҡаһында тайып киттем, ти.   Мәсьәлә әле һаман асыҡ ҡала. Юлдар таҙартылмауы һәм соҡорҙар арҡаһында машиналар бәрелешә. Нисектер аварияларҙы кәметеү маҡсатында Өфө урамдарының ҡайһы бер өлөштәрендә тиҙлеккә сикләү ҡуйылды.

Яндекс.Метрика