2016 йыл дәүләт кимәлендәге ваҡиғаларға, ҡаҙаныштарға бай булды

2016 йыл дәүләт кимәлендәге ваҡиғаларға, ҡаҙаныштарға бай булды.

Һәр кемебеҙҙең тырыш хеҙмәте уны уңышлы итте. Инде күптән матур йолаға әйләнгән бүләкләү тантанаһының үтеүе был һүҙҙәрҙе тағы ла дәлилләй.Бөгөн төбәк башлығы Рөстәм Зәки улы тырышлығы, егәрлелеге менән ихтирам яулаған һәм хеҙмәте  башҡаларға өлгө булғандарға дәүләт наградаларын тапшырҙы. Барыһы 55 кеше төбәк башлығы ҡулынан  рәхмәт хаттарын, маҡтау грамоталарын, Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең атҡаҙанған хеҙмәткәре исемдәрен, II дәрәжә «Ватан алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» ордены миҙалы, Халыҡтар дуҫлығы һәм Салауат Юлаев ордендары менән бүләкләнде.



Последние новости

Яндекс.Метрика