Өфөлә ихатаны ҡарҙан таҙартырға сығыусыларҙы туҡмаған йәштәр закон алдында яуап бирергә тейеш

Өфөлә ихатаны ҡарҙан таҙартырға сығыусыларҙы туҡмаған йәштәр закон алдында яуап бирергә тейеш.

Комсомол урамындағы 107-се йортта йәшәүселәр шундай фекерҙә. Улар полицияға ғариза менән мөрәжәғәт иткән һәм енәйәт эше ҡуҙғатылыр, тип ышана. Кисә еңел машинала йәштәр йорт ихатаһына килеп инә. Ирҙәр уларға юл юҡ, тип аңлатып ҡарай. Әммә “Лада Гранта” водителе һәм уның пассажиры суҡмар алып бер нимәлә аңғармай ҡалған ирҙәрҙе туҡмай башлайҙар. Ҡар таҙартырға сығыусылар араһында йәрәхәтләнеүселәр бар. Һөжүм итеүселәргә яҡынса 19 йәш самаһы. “Лада Гранта” машинаһы хужаһының Стәрлетамаҡта йәшәгәне лә билдәле.



Последние новости

Яндекс.Метрика