Республикала балаларҙы уҡытыуҙа һаулыҡ һаҡлау системаһы сафҡа индерелә

Республикала балаларҙы уҡытыуҙа һаулыҡ һаҡлау системаһы сафҡа индерелә.

Белгестәр әйтеүенсә, бындай система умыртҡа һөйәген һәм күҙҙәрҙе һаҡларға ярҙам итәсәк. Бында уҡыған балаларға күңелһеҙләнеп ултырырға ваҡыт юҡ. Дәрестәрҙе улар ғәҙәти кластағы кеүек парта артында ғына ултырып үткәрмәй. Урындан һирәк тороу – баланың һаулығына зыян килтерә, ти уҡытыусылар. Яңы система, йәғни һаулыҡты һаҡлау технологияһы Булгаков ҡасабаһындағы лицейҙа үҙләштерелә.  Уның айышы — уҡыу ваҡытында баланың бар һиҙемләү органдарын да хәрәкәткә килтереү, шуға ла уҡыусылар дәрес ваҡытында йырлап, тәндәрен яҙылдырып, күҙҙәренә күнегеүҙәр эшләй. Дәфтәрҙәргә лә ҡаурый ҡәләм менән яҙа.Әлбиттә, был элекке кеүек ҡаҙ ҡауырһыны түгел, улар тышҡы яҡтары менән ғәҙәти ручканан бер нимәһе менән дә айырылмай, тиерлек. Яҙып ултырғандағы хәрәкәт йөрәк тибеше менән яйлана. Ә ғәҙәти ручка баланың организмын стресҡа килтерә, ти лицей хеҙмәткәрҙәре.Яңы системаны сафҡа индереп ебәреү өсөн лицей хеҙмәткәрҙәренә һигеҙ йыл талап ителә. Ошо ваҡыт эсендә улар бындай ысул буйынса уҡытылған мәктәптәргә барып тәжрибә уртаҡлаша. Башланғыс кластарға яңы системаны индергәндән һуң, балалар баҡсаһында ла уны ҡуллана башлау ҡарала.

Яндекс.Метрика