БДПУ студенттары үҙҙәренең белем усағын юбилейы менән ҡотлап флешмоб үткәрҙе

БДПУ студенттары үҙҙәренең белем усағын юбилейы менән ҡотлап флешмоб үткәрҙе.

Бөгөн Башҡорт Дәүләт Педагогия университеты 50 йыллыҡ юбилейын билдәләй. Ул 1967 йылдың 9 ғинуарында Башҡорт дәүләт педагогия институты булараҡ асыла. 2000 йылдан «университет» статусы ала һәм һуңыраҡ уға мәғрифәтсе-шағир Мифтәхетдин Аҡмулла исеме бирелә. Илдең иң яҡшы вуздары исемлегенә ингән университет ярты быуат дәүерендә 50 меңдән ашыу белгес әҙерләй. Ошо уңайҙан студенттар “Тыуған көнөң менән, яратҡан уҡыу йортобоҙ” тип аталған сағыу тамаша әҙерләгән. Улар университет алдындағы майҙансыҡта флагтар, университеттың факультет символдары ярҙамында әҙерләгән бейеү аша белем усағына һөйөүен белдерҙе. 

Яндекс.Метрика