- ҺУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР
- Өфөлә ихаталарын ҡарҙан таҙартырға сығыусыларҙы туҡмаған йәштәр закон алдында яуап бирәсәк
Өфөлә ихаталарын ҡарҙан таҙартырға сығыусыларҙы туҡмаған йәштәр закон алдында яуап бирәсәк
Өфөлә ихаталарын ҡарҙан таҙартырға сығыусыларҙы туҡмаған йәштәр закон алдында яуап бирәсәк.
Был эште республика буйынса эске эштәр министрлығы етди күҙәтеүгә алды. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, еңел машинала йәштәр Комсомол урамындағы йорт ихатаһына килеп инә. Ирҙәр уларға юл юҡ, тип аңлатып ҡарай. Әммә “Лада Гранта” водителе һәм уның пассажиры суҡмар алып бер нимәлә аңғармай ҡалған ирҙәрҙе туҡмай башлай. Ҡар таҙартырға сығыусылар араһында йәрәхәтләнеүселәр бар. Һөжүм итеүселәргә яҡынса 19 йәш самаһы.

Уфа пригласила на Нацфинал WorldSkills Russia 2021 Президента России Владимира Путина

Сегодня мусульмане всего мира вступают в Священный месяц Рамазан

В центре Уфы решили разместить межвузовский студенческий кампус
- 1 из 5421
- следующая ›
Хәбәрҙәр

Өфөлә йәшәүсе табип дәүләт наградаһы алды
Рәсәй Федерацияһының дәүләт наградаһы – «Һыуҙа батыусыларҙы ҡотҡарған өсөн» миҙалы менән Өфөнөң 18-се һанлы поликлиникаһында эшләүсе йәш табип Азамат Ғиззәтуллин бүләкләнде. Үткән йәй тап ул бәләкәй малайҙы үлемдән ҡотҡара. Төрлө төҫтәге шарҙар һәм бүләкте Азамат Ғиззәтуллин үҙенең бәләкәй дуҫына...

“Ҡанатлан” форумы
Сығарылыш уҡыусыларын үҙ аллы тормошҡа әҙерләү һәм потенциалдарын асырға ярҙам итеү. Өфөлә 3-сө тапҡыр үткән “Ҡанатлан” форумының төп маҡсаты ошоларҙан ғибәрәт. Күләмле сарала уҡыусы балаларҙың психик һаулығын хәстәрләү, хәүефһеҙ интернет, туҡланыу, уңайлы мөхит булдырыу мәсьәләләре лә көн...

Башҡортостан айыҡ тормош яҡлы
Быны “Айыҡ ауыл” конкурсы асыҡ дәлилләне. Быйыл бәйгелә 2 меңдән ашыу ауыл һәм бөтә райондар ҙа ҡатнашҡан. 320 сауҙа ойошмаһы үҙ теләге менән алкоголь һатыуҙан баш тартҡан. 2011 йылда ирекмәндәр башланғысы менән ҡуҙғалып киткән айыҡлыҡ хәрәкәте 2019-ҙан яңы һулыш алды. Хәҙер конкурсты ойоштороу...

Ташҡынға әҙер бул!
Апрель айының йылы көндәргә йомарт һауа торошо ташҡынға бәйле фараздарҙы үҙгәртеүе ихтимал. Синоптиктар быйыл һыу запасы норманан артмай тиһәләр ҙә кинәт ирегән ҡар һыуҙары байтаҡ ҡатмарлыҡтар тыуҙыра. Үткән аҙна башында уҡ Ишембай, Ғафури райондарында ауыл урамдарын, ихаталарҙы һыу баҫҡайны. Был...

Йыртҡыс менән бер фатирҙа
Өфөлә йәшәүсе Алида Насырова үҙ фатирында Кира ҡушаматлы бүре тәрбиәләй. Хайуан ҡулға өйрәтелгән, кешеләргә ташланмай, ти хужа. Алида Насырова Кира ҡушаматлы бүрене былтыр тәрбиәгә алған. Шул көндән алып ул ғаилә ағзаһына әйләнгән. Кираға ни бары ун ай, шуға ла ул кешеләр менән уйнарға ярата, үҙен...

Беренсе: Гагарин һәм Куба
Өфө ҡалаһы тарихы музейында «Беренсе: Гагарин һәм Куба» тип исемләнгән күргәҙмә асылды. Ул кешенең тәүге тапҡыр йыһанға осоуына – 60 йыл тулыуға арналған. Күргәҙмәлә Юрий Гагариндың Куба революцияһы лидерҙары Эрнесто Че Геваро, Фидель Кастро һәм Куба халҡы менән осрашыу мәлендәге...

Айык ауыл – 2020
,,Торатау,, конгресс-холында ,,Айык ауыл – 2020,, конкурсын йомғаҡлау тантанаһы уҙҙы. Еңеүселәр менән республика башлығы Радий Хәбиров осрашты. «Айыҡ ауыл» конкурсы республикала 2011 йылдан алып үткәрелә. Конкурстың маҡсаты — ауыл кешеләрен айыҡ һәм сәләмәт йәшәү рәүешенә ылыҡтырыу, үҫеп килеүсе...

Сәнәғәт форумы
Волга буйы төбәгенең ике тиҫтә йыл элек барлыҡҡа килгән күләмле проекты – Сәнәғәт форумы асылды. Өфөләге ВДНХ-ЭКСПО бинаһының эске һәм тышҡы майҙандарында илдең 12 төбәгенән килгән 130-ҙан ашыу компания күргәҙмәһе эшләй. Металл ҡоролманы йыйып-көйләү менән бары йыл ярым шөғөлләнгән Ғаян Яҡупов эшен...

Өфөлә “Апрель” республика вокал сәнғәте конкурсы үтте
Унда 6-ынан алып 16 йәшкә тиклемге балалар ҡатнашты. Солистар, дуэт менән йырлаусылар республиканың төрлө район-ҡалаларынан килде. Конкурсты Башҡортостандың мәҙәниәт министрлығы һәм Республика халыҡ ижады үҙәге ойошторҙо. Еңеүсе дипломын алып сыҡҡан һәр бала бына шулай ҡыуанысы менән...

“Башҡортостан 24” каналында тематик көндәр башланды
Тәүгеләр исемлегендә - Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры. Ижади коллектив көн дауамында “Башҡортостан” дәүләт телерадиокомпанияһының барлыҡ тапшырыуҙарында ҡатнашып, үҙенең эшмәкәрлеге менән таныштырҙы. Был иртәлә телеүҙәк алдындағы майҙан театр сәхнәһенә әүерелде. “...

Кредит алыр өсөн күпме аҡса түләргә кәрәк?
Республикала халыҡҡа кредит алырға ярҙам иткән шикле ойошмалар һаны арта. Кеше иҫәбенә байығырға теләүсе брокерҙар бер кешенән кәмендә илле мең һум аҡса һорай. Мутлашыусылар ҡулына нисек эләкмәҫкә һәм уларҙан нисек һаҡланырға? Һуңғы арала кредитка онлайн ғариза ҡалдырыу халыҡ араһында киң тарала....

Көндәр ҡапыл йылытҡас биләмәләрҙе һыу баҫа башланы
Ер ныҡлап туңғас ҡар һыуы һеңеп өлгөрмәй. Бигерәк тә шәхси йорттарҙа йәшәүселәргә ауырға тура килә. Өфө янында тиҫтәләгән өй һыу эсендә ҡалды. Ә бит әле ҙур йылғаларҙа боҙ китмәгән. Елена Иглина аллеяһы урамында күләүек түгел, ә быуа барлыҡҡа килгән. Район үҙәге өсөн был матур күренеш түгел,...

Өфөнө айыуҙар баҫа
Баш ҡала вольерында хәҙер уларҙың һаны тиҫтәгә яҡынлай. Айыу балалары ғинуарҙа донъяға килһәләр ҙә, уларҙы тик был аҙнала ғына күрһәттеләр. Маша, Настя һәм Кнопка ҡушаматлы инә айыуҙар ғинуар айында тоҡом килтерһәләр ҙә, уларҙың балаларын кеше күҙенә күрһәтмәҫкә тырышҡандар. Беренсенән, айыу...

Ҡайһы бер дәүләттәр Фольклориадала ҡатнашыуҙан баш тартҡан
Ҡатмарлы эпидемиологик хәлгә бәйле ҡайһы бер дәүләттәр Фольклориадала ҡатнашыуҙан баш тартҡан. Ҡунаҡтар өсөн Өфө аэропортында коронавирус инфекцияһына тест үткәреү өсөн экспресс-лабораториялар ойоштороу ҡарала. Фольклориадаға 56 илдән коллектив һәм артистар саҡырылған. Был аҙнала Фольклориада...

Өфөлә мобиль пункттарҙа привика эшләтеүселәр һаны көндән-көн арта
Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры, Өфөнөң “Башҡортостан” лайф-стайл, “Мега”, “Планета” һәм Стәрлетамаҡ ҡалаһының “СитиМолла” сауҙа үҙәктәрендә әле вакцина яһатырға мөмкин. Сауза уҙәгенә күптәр кейем һалым артынан килһә, бәғзе берәүҙәр коронавирустан привика эшләтә. Вакцинация пункттары 18...

Дим дауаханаһы ғәҙәти тәртиптә эшләй башланы
Өфөлә тәүгеләрҙән ковид-госпиталь булараҡ үҙгәртелгән Дим дауаханаһы ғәҙәти тәртиптә эшләй башланы. Республика етәксеһе Радий Хәбиров хәл ҡатмарлашһа тиҙ арала эште ҡайтанан ойошторорға ҡушты. Башҡортостанда әле коронавирус йоҡтороусылар яйлап кәмей бара, мәкерле сир тәүлегенә 100 кешелә...

Мәләүез районы Үрге Юлдаш ауылының өс урамы газһыҙ интегә
Ҡышҡыһын егерме мең һумға яҡын квитанция түләргә тура килә, ти урындағы халыҡ. Электр өсөн сығым күп булыу сәбәпле, ҡайһы берәүҙәр иһә өй төҙөп тә бында йәшәй алмай. Газды үҙаллы үткәреү күпмегә барып төшә? Был проблема хәл ителерме? Ҡышҡыһын өйҙө тулыһынса электр ярҙамында йылытабыҙ, шуға ла ай...

Сергей Греков барлыҡ хеҙмәттәрҙе ғәҙәттән тыш хәлдәргә әҙер булырға саҡырҙы
Өфө ҡала хакимиәтендәге сираттағы кәңәшмәлә лә яҙғы ташҡын мәсьәләһе көнүҙәк булды. Сергей Греков барлыҡ хеҙмәттәрҙе ғәҙәттән тыш хәлдәргә әҙер булырға саҡырҙы. Яҙғы ташҡынға әҙерлек әле көнүҙәк. Был юлы Дим районы биләмәһендә был осорға әҙерлек эштәре тикшерелде. Урындағы...

Стәрлетамаҡта “Спорт-мәктәптәргә” проекты уңышлы үтәлә
Стәрлетамаҡта етенсе мәктәп нигеҙендә уҡыусылар араһында көрәш буйынса егерме өсөнсө спартакиаданың төбәк этабы үтте.Ярыштар рәсәй геройы Владимир Трубанов иҫтәлегенә арналды. Төнъяҡ-Кавказда хәрби бурысын үтәгәндә күрһәткән батырлығы өсөн уға үлгәндән һуң Рәсәй президенты Указы менән 1998-се йылда...

Өфөлә етемдәргә фатир асҡыстары тапшырылды
Ҡала хакимиәте башлығы Сергей Греков етемдәргә фатир асҡыстары тапшырҙы. Ун кеше үҙ мөйөшлө булды. Бер бүлмәле фатирҙар хәҙерҙән үк йәшәүгә әҙер. Йәштәрҙең шатлығын беҙҙең ижади төркөм дә уртаҡлашты. Был шытлыҡлы мәл – егет-ҡыҙҙарҙың күптәнге хыялы. 10 етем һәм ата-әсә...

Йылылыҡ өсөн түләнгән аҡса ҡайтанан ҡасан иҫәпләнер?
Өфөлә мең ярымдан ашыу йортта йәшәүселәр йылылыҡ өсөн үҙҙәре өсөн генә түгел, ә шәхси фирмалар өсөн дә түләгән. Был ҡала хакимиәте ойошторған махсус тикшереү ваҡытында асыҡланды. Гөлнара Мирғәзәмова был йортта 2005-се йылдан алып йәшәй. Шул мәлдән үк торлаҡтың беренсе ҡатындә магазин-...

Республикала 11 мең йортто һыу баҫыу ихтималлығы бар
Башҡортостан һәм Рәсәй хөкүмәте Башҡорт сода компанияһының артабанғы эшмәкәрлеге буйынса һөйләшеүҙәр алып бара. Был турала Оператив кәңәшмәлә әйтелде. Хөкүмәттәге ултырышта Коронавирус, вакцинация, ташҡынға бәйле яңы мәғлүмәттәр ҙә иғлан ителде. Республикалағы ҙурлығы буйынса 4-се урында торған...

Республика ҡунаҡтар ҡабул итергә әҙерләнә
Халыҡ-ара традицион культура фестивале - VI Бөтә донъя фольклориадаһына тиклем 3 ай ваҡыт ҡалған. Был мәртәбәле сара сиктәрендә төрлө ил вәкилдәре ҡатнашлығында сағыу мәҙәни саралар ойоштороласаҡ. Ошо уңайҙан кәңәшмәлә ҡаланың туристик йәлеп итеүсәнлеген үҫтереүгә йүнәлтелгән...
- 1
- 2
- 3
- 4
- 5
- 6
- 7
- 8
- 9
- …
- следующая ›
- последняя »