Өфө ҡалаһын ҡарҙан таҙартыу буйынса килеп тыуған ҡатмарлыҡтарҙа предприятиелар һәм ойошмаларҙың да ғәйебе бар

  • Өфө ҡалаһын ҡарҙан таҙартыу буйынса килеп тыуған ҡатмарлыҡтарҙа предприятиелар һәм ойошмаларҙың да ғәйебе бар | ГТРК «Башкортостан»

Өфө ҡалаһын ҡарҙан таҙартыу буйынса килеп тыуған ҡатмарлыҡтарҙа предприятиелар һәм ойошмаларҙың да ғәйебе бар.

Улар, нигеҙҙә  үҙ милкендә булған биләмәләрен таҙартмаған. Был хаҡта Өфө ҡала хакимиәте башлығы Ирек Ялалов белдерҙе. Ул йәмәғәт именлеге үҙәгенә биләмәләрен ҡарҙан таҙартмаған ойошмаларға штраф һалырға ҡушты. Өгөтләүҙәр ваҡыты үтте. Хәҙер иһә ҡәтғи саралар күреләсәк, тине Ирек Ялалов. Ҡала хакимиәте башлығы ихаталарҙы, урамдарҙы ҡарҙан таҙартырға ҡамасаулаған автомобиль хужаларын да тәнҡитләп үтте. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 1 ғинуарҙан башлап 4 айлыҡ норма ҡар яуҙы. Һөҙөмтәлә башҡала урамдары машинала ғына түгел, йәйәүләп тә үтә алмаҫлыҡҡа әйләнде. Коммуналь хужалыҡ хеҙмәткәрҙәре бөгөн дә көсәйтелгән режимда эшләй. 

Яндекс.Метрика