Улар күптәргә өлгө

Бер нисә минут элек республика йортонда Башҡортостан етәксеһе Рөстәм Хәмитовтың “Республика Башкортостан” гәзитенең “Башҡортостандың йыл кешеһе” конкурсы еңеүселәре менән осрашыуы тамамланды. Улар ҙур етәксе вазифалар биләмәй, эшҡыуарлыҡ өлкәһендә лә танылыу яуламаған. Тик уларҙың эше  тотош  Башҡортостан өсөн генә түгел, Рәсәйгә лә өлгө булырлыҡ. Өфөлә йәшәгән Нәфизә Йомағужина уҙған йәй Дим йылғаһында һыуға батҡан малайҙы үлемдән аралап ҡала. Батырлыҡ –матурлыҡ өсөн түгел, ти Башҡортостандың йыл кеше конкурсында еңеүселәрҙең береһе. Бары тик бер-береңә ярҙам иткәндә генә, бәлки, бөгөнгө шарттарҙа кешелек сифаттарын һаҡлап ҡалыу мөмкин.Башҡортостандың йыл кешеләрен республиканың көндәлек тормошона хас булған мәсьәләләр борсой. Төбәк етәксеһе Рөстәм Хәмитов билдәләүенсә, беҙҙең замандаштарыбыҙ өлгөһө йәмғиәттең сәләмәт булыуы, беҙҙе уратып алған мөхиттең ышаныслы булыуы тураһында һөйләй. Бөгөнгө осрашыуға саҡырылған Милләт Әҙекәев Белореттағы Уҡшыҡ биҫтәһендә урам советы рәйесе. Ҡасаба миҫалы ҡар аҫтында ҡалған Өфө етәкселәре өсөн һабаҡ. Башҡортостан етәксеһе әйтеүенсә, баш ҡала урамдарын көрт баҫҡан, транспорт хәрәкәте туҡтап ҡалған мәлдә, мегаполис тормошо өсөн яуаплы етәкселәр ял итһә, Уҡшыҡтағы йәмәғәт вәкилдәре кешеләр яҙмышы өсөн борсола. Уҡшыҡты борсоған донъяуи мәсьәләләр ҙә юҡ түгел. Уларҙың береһе дауахана бинаһына бәйле. Әйткәндәй, Рөстәм Хәмитов яҡын арала Урал аръяғы райондарына сәфәре барышында тап ошо микрорайон халҡы менән осрашырға ниәтләй. Башҡортостандың йыл кешеләре, республика халҡы, төбәк яҙмышы, уның киләсәге өсөн борсолоусылар. Иртәгәһе көндө генә түгел, ә бер-нисә йылды алдан уйлаусылар хәстәре ил именлеге нигеҙе. 



Последние новости

Яндекс.Метрика