Үлем тауы

Дәүләкәндә тау шыуғанда һәләк булған баланың ата-әсәһе фажиғәлә табиптарҙы ғәйепләй. 5 йәшлек сабый башы менән боҙға бәрелгәндән һуң дауаханаға килтерелә. Табиптар уға дөрөҫ диагноз ҡуймаған, тип иҫәпләй мәрхүмдең ата-әсәһе.  Дәүләкән ҡалаһының үҙәк майҙанында боҙҙан эшләнгән 20 метрлыҡ тау балаларҙың яратҡан ял урыны. Ә биш йәшлек Артем өсөн ул  үлемесле булып сыҡты. Ата-әсәһе улдарын урындағы дауаханаға алып барған. Башы әйләнә, ҡоҫа, көслө ауыртыуға зарлана — был билдәләр барыһы ла баш мейеһенең һелкенеүе тураһында һөйләй ине, ти әсәһе. Тик табиптар баланың ғүмеренә бер ниндәй ҙә хәүеф янамай, тип ҡайтарып ебәргән. Республика балалар клиник дауаханаһында малайға операция яһағандар. Тик һуң булған, Артем өсөн ҡәҙерле булған сәғәттәр үткән. Балаға ваҡытында ярҙам күрһәтһәләр, ул иҫән булыр ине, ти Фидалия һәм Михаил Слесаренколар. Был осраҡ буйынса тикшереү ойошторолдо. Республиканың тикшереү комитеты “Һаҡһыҙыҡ арҡаһында үлемгә килтереү” статьяһы буйынса енәйәт эше асҡан. 

Яндекс.Метрика