Республика юлдарында авариялар артҡан

Республика юлдарында авариялар артҡан.

Был тәү сиратта һауа торошона,  юлдарҙағы боҙлауыҡҡа бәйле. Кушнаренко районы Әхмәт ауылы янында Киа Рио машинаһы ҡаршы яҡ юлға сығып “Газель” йөк машинаһына бәрелде. Һәләк булыусылар юҡ, тип хәбәр итә шаһиттар. Ошондай һәләкәттәр бихисап. Шуға ла юл хәрәкәте инспекторҙары халыҡҡа мөмкин булһа, оҙон юлға сыҡмаҫҡа, иғтибарлыраҡ булырға кәңәш итә. Сөнки республикала ҡарлы көндәрҙе ҡаты һыуыҡтар алмаштырасаҡ. 

Яндекс.Метрика