Баҡалы районында “Газспецстрой” ойошмаһы эшселәре бер-нисә йыл хеҙмәт хаҡы ала алмай

Баҡалы районында “Газспецстрой” ойошмаһы эшселәре бер-нисә йыл хеҙмәт хаҡы ала алмай. Уларҙың күпселеге эштән китеп бөткән, ә ҡайһы берҙәре ғәҙеллек талап итеп, эшләүен дауам итә. Ни өсөн хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәт хаҡы түләмәгән ойошма хужаларына ҡарата эш асмай?

Был кешеләр “Газспецстрой” йәмғиәтендә эшләгән, ә ҡайһы берҙәре ҡарауылсы вазифаһында ҡала. Хәбәрселәр менән аралашыуын аңлағас та, улар сығып китеү яғын ҡараны.

Күрәһең, элекке эшселәр предприятиены ойоштороусыларҙан ҡурҡа йә хеҙмәт хаҡын алыуға өмөтөн өҙгән. Әммә, араларында законлы эш хаҡын талап итеүселәр ҙә бар.

Элекке эшселәр билдәләүенсә, хеҙмәт хаҡына бәйле проблема 2013-сө йылда уҡ башлана. Ошо ваҡытта ойошма етәксеһе алышына. Ә 2015-се йылдан бөтөнләй түләмәйҙәр.

Хеҙмәт хаҡы түләнмәгәс, кешеләр эштән китә. Сәбәбен табып баш бухгалтерҙы ла вазифаһынан бушатҡас, ул Эске эштәр бүлеге һәм прокуратураға ғариза яҙа. Урындағы властарҙан ғәҙеллек таба алмағас, Наталья Колесникова Башҡортостан прокуратураһына мөрәжәғәт итә һәм баш бухгалтерҙы вазифаһында тергеҙәләр. Хәҙер ҡатын бер үҙе йылытылмаған бинаға көн һайын эшкә килә.

Уҙған йылдың авгусында ойошма етәксеһе лә эштән китә. Баш бухгалтер әйтеүенсә, хәҙер “Газспецстрой”ҙың интернет, телефон, электр энергияһы өсөн дә бурысы йыйылған. Ә бүлмәләрҙәге әйберҙәр яйлап юғала йә емерелә башлаған.

Был бүлмәлә үҙен эштән бушатҡан ойошма етәксеһе ултырған. Башҡаларынан айырмалы рәүештә, бында эш өҫтәле, ултырғыстар ҡалған. Бынан тыш, компьютер, принтер, сканер, телефон бар. Башҡа бүлмәләрҙең асҡыстары ла һаҡлана.

Эштән киткән кешеләр билдәләүенсә, бер-нисә техниканы һатып өлгөргәндәр, ә ҡалғанына арест һалынған. Ойошманың яҡшы машиналары һәм таҡта ярыу цехы ла булған. “Газспецстрой” Иҫке Ҡорос ауыл биләмәһендә 5 ауылды хеҙмәтләндергән. Бында 2 мең самаһы кеше йәшәй. Һыуүткәргестәрҙең дөйөм оҙонлоғо 40 саҡрым тирәһе. Йәмғиәт һыу торбаларын, насостарҙы һәм колонкаларҙы йүнәткән. Хәҙер был эш ауыл биләмәһе башлығы һәм халыҡ елкәһенә ята.

Иҫке Ҡорос ауылында һәр өйгә тиерлек һыу үткән. Урамда колонкалар ҙа бар. Әммә, кешеләр авария була ҡалһа тип үҙ көстәре менән ҡоҙоҡ эшләп ҡуйған.

Ваҡытында “Газспецстрой” йәмғиәтен Рәмил Мөхәмәҙиев ойошторған һәм етәкселек иткән. Хәҙер ул район хакимиәте башлығының төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ буйынса урынбаҫары булып эшләй. Беҙҙең менән ул аралашырға теләмәне.

Әммә, ул мөлкәтен һатып, эшселәргә хеҙмәт хаҡын ҡайтарырға вәғәҙәләй.

“Газспецстрой” йәмғиәте эше менән әлеге ваҡытта Эске эштәр бүлеге, суд приставтары, тәфтиш комитеты шөғөлләнә. Ул тамамланмайынса, хоҡуҡ һаҡлау органдары аңлатма бирә алмай.

Яндекс.Метрика