Башҡортостан Хөкүмәте премьер-министры Рөстәм Мәрҙәнов етәкселегендәге делегацияның Вьетнамға эш сәфәре дауам итә

  • Башҡортостан Хөкүмәте премьер-министры Рөстәм Мәрҙәнов етәкселегендәге делегацияның Вьетнамға эш сәфәре дауам итә | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостан Хөкүмәте премьер-министры Рөстәм Мәрҙәнов етәкселегендәге делегацияның Вьетнамға эш сәфәре дауам итә. Президент һарайында беҙҙең республика вәкилдәрен Вьетнам етәксеһе Чан Дай Кунг ҡабул итте.

“Вьетнам Рәсәй һәм уның төбәктәре менән сәйәсәт, иҡтисад һәм сауҙа, оборона һәм именлек фән һәм мәғәриф өлкәләрендә хеҙмәттәшлеккә ҙур иғтибар бирә”,-тине Вьетнам президенты. Әйткәндәй, Вьетнам менән Евразия иҡтисади берлеге араһында ирекле сауҙа тураһындағы килешеүҙең ғәмәлгә инеүе ике ил инвесторҙарына тауар әйләнешен арттырыу өсөн киң мөмкинлектәр аса. Чан Дай Кунг  Башҡортостан предприятиелары Вьетнамда яңы инвестиция проекттары булдырыр, эшмәкәрлек өсөн уңайлы шарттар тыуҙырыр тигән ышаныс белдерҙе. Вьетнам президенты тиҙҙән Рәсәйгә киләсәк. Ошо рәсми сәфәр сиктәрендә уның Башҡортостанға ла килеүе ихтимал. Быға тиклем Башҡортостан етәксеһе Рөстәм Хәмитов төбәк-ара хеҙмәттәшлекте әүҙемләштерергә ҡушҡайны. Башҡортостан менән Вьетнам араһында тауар әйләнеше әле 15 миллион долларҙан артмай. 



Последние новости

Яндекс.Метрика