Башҡортостанда тын юлдары ауырыуҙары һәм грипп эпидемияһы башланды

  • Башҡортостанда тын юлдары ауырыуҙары һәм грипп эпидемияһы башланды | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда тын юлдары ауырыуҙары һәм грипп эпидемияһы башланды. Ҡулланыусылар хоҡуғын һәм кеше именлеген күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан буйынса идаралығы мәғлүмәттәренә ярашлы, бөгөнгә республикала йоғошло вирус  менән 24 меңдән ашыу кеше ауырый.

Әлегә өлкәндәр араһында эпидемия кимәле юғары, әммә балалар араһында ла ауырыусылар көндән-көн арта. Шулай уҡ Башҡортостанда «гонконг киҙеүе» лә теркәлгән. Өфөнөң Ашығыс медицина ярҙамы станцияһына мөрәжәғәттәр һәм шылтыратыуҙар артҡан. Уҙған йылдың тәүге аҙнаһында йоғошло инфекция менән тәүлегенә 100-ләп кенә кеше мөрәжәғәт итһә,  быйыл уларҙың һаны  600-ҙән ашып китә.



Последние новости

Яндекс.Метрика